

Рәсилә Нурулла ҡыҙы Олокүл ауылында тыуып үҫкән. Барлыҡ ғүмерен тиерлек район халҡы мәнфәғәтенә бағышлаған. 1998 йылда халыҡты социаль яҡлау бүлеген етәкләй. Һуңынан Ҡырмыҫҡалы районы буйынса БР Хеҙмәт министрлығы идаралығы начальнигы була.
Ә инде 2015 йылда яңы асылған күп функциялы үҙәкте ышаныслы итеп етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында офис ике тапҡыр “Башҡортостандың иң яҡшы күп функциялы үҙәге” конкурсында “6-нан 19 тәҙрәгә тиклем” номинацияһында еңеү яуланы, ә коллектив БР Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
- Бөгөн мин социаль мәсьәләләрҙе бергә хәл итеп эшләгән элекке район хакимиәте башлыҡтары Дамир Асҡаровты һәм Хәйҙәр Шаһиевты миңә ошо яуаплы вазифаны ышанып тапшырғандары өсөн рәхмәт менән телгә алам. Был ябай булмаған осорҙарҙа аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың мәсьәләләрен нисек хәл итеү еңел булмағанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Шул саҡта ла һәр кешенең проблемаһын ыңғай хәл итергә тырыштыҡ. Был турала беҙҙең һәр ваҡыт алдынғы урындарҙы биләүебеҙ иҫбатлай. Бөгөн дә беҙ социаль яҡлау өлкәһендә заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Дөйөм эштә барыһына ла уңыштар, берҙәмлек, изгелек һәм уңыштар теләйем, - тине Рәсилә Нурулла ҡыҙы.
Рәсилә Нурулла ҡыҙына халыҡ мәнфәғәте өсөн яуаплы эшендә яңынан-яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Гөлсәсәк Аласова.