

Шуға өҫтәп, бер миҫал килтергем килә. Август айының бер көнөндә күрше Татарстан Республикаһынан ике ҡатын-ҡыҙ Гүзәл апайҙың ҡәберен күрергә килдек, тип миңә туҡтап киттеләр. Мин уларҙы күреп, аптырап та ҡалдым, сөнки бик оҙаҡ ваҡыт үткән ине. Рәзинә исемле һеңле Гүзәл туғаным менән бергә эшләнек һәм әхирәттәр булдыҡ, тип һөйләгәс тә, ҡапыл ғына иҫемә төшөрә алмай аҙапландым. Шул арала улар Ҡарлыманбаш ауылының зыяратына барып, һеңлемдең ҡәберенә сәскәләр һалып, аят уҡытып ҡайтҡас тағы һөйләшеп, аңлаштыҡ.
Баҡтиһәң, улар Татарстандың Октябрь районы Заречная ҡасабаһында яҡын йәшәгән һәм бергә эшләгән булғандар икән. Күпме генә тырышһам да, әхирәтемде һуңғы юлға оҙатырға килә алманым. Йыл һайын аят уҡытҡанда, Гүзәл апай рухына ла бағышлап доға ҡылдыра инем. Ләкин, барыбер ҙә уның ҡәберен килеп күрмәйенсә тыныслыҡ таба алманым, тип аңлатты үҙенең сәфәрен Рәзинә һеңле.
Шунан һүҙен дауам итеп, беҙҙең зыяратты маҡтап телгә алды. Ҡәберлектәр ҡаралған, бер ерҙә ҡарағура үҫкәнен күрмәҫһең, һоҡланып сыҡтыҡ, тине ул.
Ысынлап та, беҙҙең Ҡарлыманбаш ауылының мәңгелек йорто изге урын икәнен күрһәтеп тора. Уның шулай тәртиптә булыуында ауылыбыҙҙың старостаһы Ихсан Иштуғановтың тырышлығы ҙур. Һәр кәрәк әйбер үҙ урынында, бар ерҙә тәртип, сүп-сар юҡ. Был уңайлыҡтарҙы булдырыу өсөн Ихсан туған байтаҡ ваҡытын бүлә. Халыҡты йыйып, өмәләр ойоштора. Онотолған ташландыҡ ҡәберҙәрҙең тамырҙарын белешеп табып, иҫән ҡалған туғандарына хәбәр итә. Шуға ла беҙҙең зыяратыбыҙ күркәм булып ултыра, ҡасан да булһа барыбыҙ ҙа ошонда киләбеҙ тигән уй-хистәр уята.
Ихсан Хәсән улына, ауылдаштарыма ситтән килеүселәр һоҡланырлыҡ итеп йәшәүҙәренә, тормошто йәмләй алғандары өсөн рәхмәт.
Роза Ғимранова.
Ҡарлыманбаш ауылы.