Был уйҙарын егет янындағы ҡыҙ менән дә уртаҡлашты.
– Эйе шул, дөрөҫ уйлайһығыҙ, – тигәнде аңланы ул ҡыҙҙың күҙ ҡарашынан. Фекер уртаҡлығы уларҙы тиҙ арала яҡынайтты. Ҡайтҡанда бер автобуста һөйләшеп ҡайттылар.
– Кисә оҡшанымы?
Ҡыҙ йылмайып баш ҡаҡты. Тулҡын-тулҡын булып яурынына ятҡан ҡуйы ҡара сәстәре эргәһендә баҫып торған ағайҙың битен ҡытыҡланы, ахырыһы, уныһы сырайын һытып, боролоп баҫты. Их, шул сәстәргә бер генә ҡағылырға, шул тулҡындарға күмелергә, тип уйлап алды Илнур.
– Әйҙә, яҡшылап танышайыҡ әле, мин Илнур булам, ә һин?
– 3... – Ҡыҙ шаяртырға булдымы, исеменең баш хәрефен генә автобустың тирләгән тәҙрәһенә яҙып күрһәтте.
– Земфира!
«Юҡ», тигәндәй, башын сайҡаны тегеһе.
– Зәлифә, Зарема?
Ҡыҙҙың шаян күҙҙәре: «Түгел, түгел», – тип яуапланы.
– Заһира!
– Эйе! – тип, көлөп ебәрҙе ҡыҙ. Тимәне шул, тимәне... Ә шундай итеп ихлас көлдө, «эйе» тигәнде аңлатты ла ҡуйҙы.
Илнур Өфөгә бер айлыҡ курсҡа уҡырға килгәйне. Институт тамамлап, инженер булып эшләп йөрөүенә өсөнсө йыл ғына булһа ла, уны ебәрҙеләр колхоздан. Бүтәндәр ситкә тигәндә бик ҡуҙғалып бармайҙар шул, ғаиләлеләр бит.
– Ярар, ҡустым, сәсеүҙе арыу ғына үткәрҙең, уҡып ҡайт.
Рәйес шулай тип тороп ҡалды. Илнурға нимә, әсәһе әйтмешләй, ҡойроҡто һыртҡа һалып сыҡты китте.
* * *
Яҙмыштыр инде, тап шул арала ул Заһираны осратты.
Егерме алтыһын тултырып килгән Илнурға инде ауыл ҡыҙҙары ла ҡул һелтәп бөткәйне. Кино-фәләнгә барһа ла, тансыға ҡалмай, ҡайта ла китә. Ҡарт буйҙаҡҡа әйләнеп бара. Бына шул кешенең йоҡомһорап барған күңелен уятып, арбаны ла ҡуйҙы Заһира.
Ҡыҙ бик һөйләшеп бармағас, нишләһен, күберәк Илнур һүҙ ҡатты. Ауылы, әсәһе тураһында һөйләне, үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡтарҙы иҫкә алды. Әлеге заманда уғата ҡатмарланып киткән сәйәсәткә лә төшөп киткеләне. Ара-тирә яуап көтөп, Заһиранын күҙҙәренә ҡараны: аһ, ул күҙҙәр... «Шундай күҙҙәрең барында тел кәрәкме ни, иркәм!» Сеү, ошо уй күпме тапҡырҙар башына килгәйне Илнурҙың. Һөйләшә торған күҙҙәр! Күлдәй тәрән, әленән-әле үҙгәреп торған ғәжәп күҙҙәр. Бер ҡараһаң, аяҙ июнь күге кеүек зәп-зәңгәр, икенсе ҡараһаң, йәм-йәшел. Ә уның һиҙгер ҡуйы керпектәре, тойғоларын ап-асыҡ күрһәтеп торған ҡыйғас ҡаштары! Тауышһыҙ ғына һөйләшеүсе ирендәре! Ысын-ысын, һөйләшә бит ул ирендәр. Илнур тиҙ үк улар әйткәнде аңларға, тойомларға өйрәнде. Ғәжәп... Заһираның бармаҡтары ла һөйләшә, билләһи. Улар, ҡош кеүек талпынып, берсә елпенеп осоп китәләр, берсә кәйелеп ҡолап төшәләр. Егеткә «Мин һине оҡшатам!» тип тә тап шул бармаҡтар әйтте түгелме?
* * *
– Уф, ошо ауыл араһына сыҡһаң, әллә күпме эшең ҡала, – тип зарлана-зарлана әсәһе ҡайтып инде. – Әхирәтемә инеп сыҡҡайным, ҡыҙы, Рәсиләһе, ҡайтҡан Өфөнән. Ни... – Шунда хәбәрен ҡырт туҡтатты ла, әсәһе мейес тирәһендә булышырға тотондо. Сәйер. Һүҙе улай тиҙ генә осланмай торғайны ғәҙәттә.
«Беҙҙең килен телһеҙме әллә ул?» тип, Ил нурҙы һиҫкәндереп сығып киткәненән һуң түгел инде был ҡайтып инеүе әсәһенең. Ул ваҡыттан бирле өс йыллап ваҡыт үтеп киткән. Ә шул арала был өйҙә өс ғүмергә етерлек ваҡиғалар булып уҙған. Иҫләп алып китһәң, йөрәк әрнетеүҙән башҡаға ирешмәйһең дә, бүтәнсә сараң юҡ.
Беренсе тапҡыр, эйе, «Аҡ тирмә»лә күрештеләр. Икенсе йомала ла шунда барҙы Илнур. Өмөтө бушҡа булманы, Заһира фойела уны әллә ҡайҙан күреп, йылмайып тора ине. Иптәш ҡыҙына ниндәйҙер ишара яһаны ла, Илнурға ҡаршы атланы. Ул да булмай, концерт башланды. Сәхнәгә беренсе булып инде ярайһы танылып өлгөргән сәсәниә сыҡты. Үҙе яҙған ҡобайырҙарын ул ниндәй аһәң менән башҡара! Бер кешегә Хоҙай күпме һәләт биргән: шағирәлек, йырсылыҡ, ә буй-һын, һомғол хәрәкәттәр...
– Әйтә бит, ә, ҡайҙан таба шундай йән тетрәткес һүҙҙәрҙе, – тип шыбырланы Илнур Заһираның ҡолағына. – Минең әсәйем йырлай торған: «Ал ебәкәй йомшаҡ тел кәрәк», – тип, ысынлап та... Бәй, әллә илайһың?
– Юҡ, юҡ! – тип баш һелкте Заһира, тиҙ генә ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды. Сәхнә уттары сағылған ҙур зәңгәр күҙҙәре мөлдөрәмә йәш ине, «юҡ» тигән була...
Илнур ҡыҙҙы өйөнәсә оҙата барырға булды. Заһира ҡарышманы. Аптырауын белдереп, ҡаштары сөйөлөп киткәйне, керпектәре һәлмәк кенә елпенеп «Ярай», тине...
– Әсәйендең ҡулына тапшырам да, тыныс күңел менән ҡайтып китермен, – тине Илнур.
– Риза, – тип яуапланы ҡыҙҙың бармаҡтары, еңелсә генә Илнурҙын ҡулдарына ҡағылып.
Ишекте ҡырҡ йәштәр самаһындағы һылыу ҡатын асып ҡаршыланы.
– Әллә инде минең ҡыҙым да өйгә егет алып ҡайтҡан, – тип йылмайҙы һылыу ҡатын һәм егеткә бик һынсыл итеп ҡарап ҡуйҙы. Заһира төҫкә әсәһенә оҡшамаған икән, тип уйланы Илнур, әсәһе ҡара күҙле, буйсаныраҡ та.
Түргә үттеләр. Өй эсе бөхтә. Күңелгә нисектер рәхәт. Ҡыҙ уны эстәрәк бер бүлмәгә етәкләп алып инде, моғайын, үҙенең бүлмәһелер.
– Заһира, ҡыҙым, булышһаң ине, – тип кухнянан тауыш бирҙе ул арала ҡыҙҙың әсәһе, – ҡунаҡты сәй эсермәй ебәреп булмай инде.
Ҡыҙ күбәләктәй осоп сығып китте. Кәүҙәгә бәләкәйерәк тә һымаҡ, әммә шундай һөймәлекле, күтәреп кенә йөрөткө килә үҙен. Илнур бүлмәгә күҙ һалды: өҫтәл: карауат, теген машинкаһы, тәҙрә төбөндә – гөлдәр. Ә күпме китаптар! Тотош бер стенаны кәштәләр алып тора. Ҡыҙыҡһынып, бер китапты алып күҙ һалды. Төрлө аҡыл эйәләре әйткән фекерҙәр теркәлгән йыйынтыҡ икән. Бер биттә аҫтына ҡәләм менән һыҙылған юлдарға иғтибар итте: «Тел кешегә бәғзе уйҙарын йәшерә алһын өсөн бирелгән». Был фекер мәрәкә тойолдо уға...
Торараҡ сәй эстеләр, һәүетемсә генә һөйләшеп ултырғанда, Заһираның әсәһенең нимәнелер ҡапыл иҫенә төшөргәндәй, сырайы үҙгәреп китте лә, ҡыҙын күршеһенә йомошҡа сығарып ебәрҙе. Илнур, был тиктомалға түгелдер, тип уйлап та өлгөрмәне, апай кеше уға туп-тура ҡарап әйтте лә һалды:
– Улым, ҡарап торам-торам да, һин, ахыры, Заһираның телһеҙ икәнен белмәйһең. Әллә белмә-мешкә һалышаһыңмы? Алдап китергә уйың булһа әгәр, йөрөмә, аяҡ баҫма бүтән.
Илнурҙың башына бер күнәк һыу ҡойҙолармы ни! Шулай һиҫкәнеп, ҡалтыранып китте. Заһира телһеҙ?
– Белмәйһең икән шул, – тине уның йөҙөнән бөтәһен дә уҡып торған зирәк апай. – Ә балам ҡанатланып йөрөй. Белә-күрә ғашиҡ булдың, тип уйлайҙыр...
Апай әҙерәк тынысланғас, үҙенең ғаиләһенә килгән оло фажиғәне һөйләп бирҙе. Заһираға биш кенә йәш була ул саҡта. Ғаилә менән мотоциклға ултырып, бәшмәккә китеп барғандарында йөк машинаһы төрттөрөп китә. Ире һәләк була, ҡыҙы ҡурҡыуҙан телдән яҙа...
– Баланың ҡолағы ишетә, теле юҡ. Нишләмәк, телһеҙҙәр мәктәбендә уҡыттым инде. Үҙем өйҙә телдән төңөлмәһен тип гел һөйләшеп йөрөнөм. Ул да эстән һөйләшергә өйрәнде. Мин уның ирендәренең ҡыймылдауына ҡарап, ни әйткәнен күрәм.
– Күрәм, тиһегеҙ, ә мин бит уны ишетәм, – тине Илнур, үҙенең бөтөнләй ғажиз хәлдә ҡалыуын йәшермәй.
Апай уға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла: «Бәлки, Хоҙай ҡушып, берҙән-бер көндә теле асылып китер әле», – тип ҡуйҙы.
Ул арала Заһира ҡайтып инде. Илнур тағы күпмелер ултырҙы ла ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды. «Тағы осрашҡанға тиклем», тип ҡалды ҡыҙҙың күҙҙәре. «Мин һине көтәм», тип хушлашты уның бармаҡтары.
Дөйөм ятаҡтағы шау-шыу тынғайны ул ҡайтыуға. Төптәге карауатына барып ятты ла, Илнур ебе өҙөлгән муйынсалай һибелешкән уйҙарын берәмләп кире теҙә башланы. Ике кис осрашып, үҙеңсә һөйләшеп йөрөсәле күҙең төшкән ҡыҙыңдың телһеҙлеген белмәй. Әҙәм ышанмаҫлыҡ. Әле килеп, ул үҙе лә ышанмай. Ә бит шулай булды! Сихыр тиһән... Хәйер, сихырҙыр был, мөхәббәт сихыры. Ғашиҡтар бит донъяны бары үҙе теләгән төҫтәрҙә генә ҡабул итә, ҡолағы талымлағанды ғына ишетә, йәне сарсағанды ғына һөйә. Ғашиҡлығына шиге юҡ Илнурҙың. Тик шулай ҙа, күҙе бәйләндеме уның, ни булды? Нисек инде бергә йөрөгән кешенең телһеҙлеген белмәҫкә? Һиҙемләүе былай, әгәр иҫкәрһә, шыбырлаған булған икән. Иҫкәрмәгән, иҫәүән, хәҙер бына берәм-берәм хәтеренә төшә: Заһиранын исемен әйтмәй ҡыланыуы, теге иптәш ҡыҙы менән ишаралап һөйләшеүе...
Шунда ул ҡапыл үҙенең уйҙарынан үҙе сирҡанып китте. Нимәлер уйлап, кем алдында аҡланып ята һуң ул? Әлегәсә берәүгә күҙе төшмәй ҡаңғырып, төңөлөп бөткән йәнен кем уятыр, мөхәббәте менән хыялый итер, тип әҙ зарыҡтымы ни? Таптым уны тигәндә, ваз кисергәме? Ғүмергә ваз кисмәйәсәк! Заһира – уның яҙмышы, мөхәббәте. Яҙмыш күктәрҙә хәл ителә, ти. Тимәк, хәл ителгән.
Иртән дә Илнур Заһира хаҡында уйлап уянды, әйтерһең, мөхәббәте уны баш осонда ғына керпек ҡаҡмай көтөп торған. Ысын бит был хис, ихлас, тын алған һайын күңелендә – ул ғына. Ауылға ҡайтып әйләнәйем, әсәйгә әйтәйем дә, Заһираны килеп алайым, тип хәл итте Илнур. Бик тиҙ түгелме, әҙерәк һынашып йөрөргә кәрәкмәйме, тигән уй ҙа килеп инде башына, әммә егет уны шарт ҡына кире сығарып ебәрҙе...
– Заһира, мин һине яратам. – Илнур был һүҙҙәрҙең үҙ ауыҙынан йәп-йәтеш килеп сығыуына, ғәп-ғәҙәти генә яңғырауына бер аҙ аптырап китте. Шулай була икән дәһә. Юҡ, барыбер ғәҙәти түгел, ана, нисек йөрәге дарҫлап тибә. Ә ҡулдары ни ҡылана? Илнур ипләп кенә ҡыҙҙың сәстәренә ҡағылды, бармаҡ остары менән уның ҡыйғас ҡаштарын һыйпаны. Алһыу ирендәр саҡ ҡына дерелдәп ҡуйҙы. Шул ымды ғына көтөп торған егет ҡыҙҙы ҡосағына алды, ирендәрен йотлоғоп үпте.
– Ризаһыңмы минең кәләшем булырға?
Заһира Илнурҙың күкрәгенә тағы ла нығыраҡ һыйынды. Тимәк, риза!
Ҡыҙҙың әсәһен күндереүе ауырыраҡ булды.
– Бер күргән кешегә кейәүгә сығырға тораһыңмы? – тип теҙеп алып китте ул ҡыҙына. – Ауылда йәшәп ҡарағаның бармы, бында күнеккәнһең, дуҫтарың, эшең бар. Үҙ хәлеңде лә онотма, балам, ни генә тимә...
Шунда Илнур сәйер бер күренешкә шаһит булды. Хәйер, Заһира менән әсәһенә күнегелгән хәлдер инде ул, тулҡынланған мәлдәре булғас, ғәжәпләнер был, тип уйлап та тормағандарҙыр. Ҡыҙы ирендәрен генә ҡыймылдата, ара-тирә ҡулдары менән дә әллә ниндәй ишаралар эшләп ала, ә әсәһе ҡәҙимгесә һөйләшә:
– Юҡ тигәс, юҡ. Һин минең ғәзиз балам, әллә ҡайҙа ҡағылып-һуғылып йөрөргә...
– Ышанам, тисе. Нисә көн әле белеүеңә. Яратам, тиһәсе. Тиер инде.
– Ай, Алла, нишләүең был, Заһира? Бар, улай булғас, эйәр ҙә кит. Әсәйеңдең һүҙен тотмаҫ булғас.
– Юҡты ғына һөйләмә, балам. Кеше көлөр, улайтһаң. Ҡуй-ҡуй, ҡайтып килһен, бәлки, әле килмәҫ тә, шунан тағы һөйләшербеҙ.
Илнур Заһиранын нимә әйткәнен ишетеп торғандай булды. «Бөгөндән эйәреп китәм, сәмемә теймә, әсәй, мин уға ышанам», тине лә ул...
Ҡыҙҙы киске автобус менән ауылға алып ҡайтты Илнур. Әсәһе уларҙы ҡапҡа алдына уҡ сығып ҡаршы алды. Оста ике апай төшөп ҡалғайны, йүгереп килеп һөйөнсө лә алғандар икән. Шулай инде ул ауыл ерендә.
Әсәһе килене тураһында тәүләп шик белдергән көндә Илнур баҡсала түтәл утап ҡалған Заһираға өндәшмәй генә эшенә китте. Юҡ мәшәҡәтен бар итеп, тегендә-бында һуғылып, һуң ғына ҡайтты. Ишек асып көткән кәләше муйынына һарылды, йөҙөнә күҙ ташланы. Ҡапыл, бармаҡтары ҡурҡышҡан ҡоштар кеүек, ҡаушап, ҡалтырап китте, керпектәре дерелдәне. Илнур уны шул тиклем «тыңларға» өйрәнгәйне, был «Ни булды, йәнем?» тип һорауына:
– Бер ни ҙә булманы, – тип яуапланы ла, эскә үтте. Әле уның күңелендә кәләшенә ҡарата бер ни ҙә үҙгәрмәгән һымаҡ. Ләкин... Әсәһенең әлеге ысынын белмәйенсә, юрамал ғына әйтеп киткән һүҙҙәре уны әллә нишләтте. «Телһеҙ ҡатын менән ғүмер итергә? Туған-тыумаса, дуҫ-иш менән ҡатышырға...» Ошондай уйҙар ағас олонон эстән кимергән ҡорттай, уның йәнен ашай башлағайны инде.
Туй ҙа үткәрмәнеләр. Кәләшенең телһеҙлеген кеше белер тинеме? Әйтерһең, утты итәк аҫтында йәшереп була. Йә берәй иҫәүәне килеп, йырла, тип бәйләнер... Йә... әй, эҙләһәң, сәбәп күп инде. Һәр мөхәббәт һынауға дусар, тип дөрөҫ тә әйтәләр икән. Кемгә нисектер, Илнурға иң ауыры төштө кеүек һынауҙың һәм ул... күтәрә алманы уны.
Әсәһе менән яйлап бер сама аңлаштылар. Ах итте ул, ух итте. Киленен яратып өлгөрһә лә, улының телһеҙ ҡатын алыуына һис күңелен күндерә алманы. Заһира өйҙә юҡ мәлде генә көтөп ала ла, тотона:
– Киленең менән рәхәтләнеп һөйләшеп тә ултырмағас, ҡарт көнөңдә... Ни ҡоҙағыйым эргәлә түгел. Бөткәнме ауылда ҡыҙҙар, әллә ҡайҙан, әллә кемде етәклә лә ҡайт, имеш. Кәңәш юҡ, төңәш юҡ.
– Өйлән, тип, быуыныма төштөң бит, әсәй.
– Нисәмә йыл буйҙаҡ йөрөгәнеңде, ниңә шулай ашыҡтың, әҙерәк һынашырға булмаймы? Их, үҙем дә бит, тәү күреүҙән ебенем дә төштөм, әллә нимәһе менән эс-бауырыма үтеп инде бит ул килен-балаҡай.
– Һөйгәнемде таптым, тигәйнем...
– Эй, балам, һөйгән һөйәгең менән нисек тә йәшәрһең дә ул, – тип йомшап та китә әсәһе. – Уф, Алла, кеше нимә тиер, дуҫтан дошман күп. Ҡалала йәшәмәйбеҙ бит, ауылда, бер нәмә йәшерерлек түгел.
Көн артынан яйлап көн үтә, кеше килмәй тормай, килгән береһе менән ҡарсыҡ зарын уртаҡлаша. Тегеләр, күренеп тора, уны ҡыҙҙырып ҡына китәләр. Бер шулай бик бырхып һөйләнеп йөрөгәндә килеп сыҡты ла инде иң ҡот осҡос һүҙ.
– Әйтмәгән, йәшергән. Вәт мут, егетте эләктергәнсе йәшергән. Нишләп был бер һүҙ өндәшмәй, тип йөрәгем һеркелдәгәйне лә, оялсандыр, тинем. Ай, улым харап булды, ай, балам әрәм булды. Телһеҙҙең балаһы ла телһеҙ була инде!
Шул урында әсәһе шып туҡтаны ла, ҡото осоп Илнурға ҡараны. Әсә менән улды бер ыңғай шаңҡытты был һүҙ.
Йәй үтте. Көҙ ҡырҡмаһа-ҡырҡ эш менән тиҙ генә үтеп китте. Илнурҙын минут ваҡыты булманы, өйгә йүнләп йоҡманы. Шуға ла ундағы ҡатмарлы хәлдәр үҙенән-үҙе бөтөр һымаҡ та тойолдо. Заһираның тегенсе икәнен белеп ҡалған рәйес инде нисәмә йыл буш торған оҫтахананы ремонтлатып, шунда эшкә саҡырҙы. Тағы өс ҡыҙ ҡушылып, татыу ғына эшләп киттеләр. «Заһира еңгә өйрәтте», тип ул ҡыҙҙар арыу уҡ әйбер тегеп ташлаған, ти...
Ниһайәт, оҙон ҡыш килде. Инженерҙың әллә ни эше юҡ, гараж тирәһен урап, контораға барып ҡайта ла гәзит уҡыштыра, кистәрен клубҡа сығып китә. Заһира өндәшмәй, әсәһе тыймай. Барып бильярд төртөп, ир-ат менән тәмәке тартып ҡайтҡандан ни була?
Ҡәйнә менән килен уны көткән арала ҡул эше менән була. Ап-арыу аңлашалар. Ситтән күҙ һалһаң, үҙ-ара һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгәнгә оҡшай. Йыш ҡына ҡарсыҡтың арғы остағы әхирәте инеп ултыра. Ҡаланан отпускыға ҡайткан ҡыҙы Рәсиләне лә эйәртеп керә. Рәсилә менән Заһира дуҫлашып та китте. Аҙаҡ хат алыша башланылар.
Ә клубта, ҡәҙимгесә, йәштәр кино бөтөр-бөтмәҫтән фойеға сығып, тансаға тотона, өлкәнерәк ир-ат айырым бер бүлмәгә йыйылып гәп һата. Имеш, ҡатындар хәбәр һатырға ярата. Ә ирҙәрсе? Бер-береһенә төрттөрөшөп, йәнәһе, мәҙәкләшеп рәхәтләнгән булалар. Берәүҙең бисәһе иренең эшенә барып тауыш күтәргән. Әллә нисә кис сурытырға етте шул хәбәр. Теге ир, бахыр, ҡорҙаштарына ҡушылып, үҙенән үҙе көлгән була, бәй, нишләһен. Мәрәкә инде.
– Бына, мәйтәм, Илнурға ул яҡтан рәхәт, кәләше әрепләшеп ыҙалатмай, – тип һалмаһынмы һүҙ араһында кемдер. Шыма ғына итеп уға күсте лә китте хәбәр. – Ун һүҙеңә бер яуап юҡтыр, ә? – Ҡәйнә ҡарсыҡ ризалыр инде, уларҙың бит теләгәне телһеҙ килен...
Клубҡа Илнур шунан һуң һирәгерәк йөрөй башланы. Заһира башта быға һөйөндө, әммә аҙаҡ уның өйҙә булыуы булмауынан ауырыраҡ икәнен аңланы. Кис буйы ире ләм-мим һөйләшмәй тумһайып тик ултыра. Уға әллә ниҙәр әйтергә, түгелеп уйҙарын сисергә уҡтала ла Заһира... Сараһыҙлыҡтан күҙенән йәш атылып сыға. Илнур быға түҙә алмай, янына килеп, кәләшен йыуата, өндәшмәй генә сәстәренән һыйпай.
– Аңламайым һине, Илнур, аңламайым! – ти йәш ҡаплаған зәңгәр күҙҙәр.
+28 °С
Облачно






