Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2023, 16:14

“Машина ла йөрөтә алмайым хәҙер”

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев ошо хаҡта зарлана.

“Машина ла йөрөтә алмайым хәҙер”“Машина ла йөрөтә алмайым хәҙер”
“Машина ла йөрөтә алмайым хәҙер”

Ҡулдары менән иң бейек тауҙарҙы яулаусы Рөстәм Нәбиев күңелһеҙ хәлгә юлыҡҡан. Ул ҡулындағы ике бармағын һындырған. Был хаҡта ул социаль селтәрендә хәбәр итә.

Ул ҡатыны Индираның фотоһын ҡуйған һәм “ай буйы минең йөрөтөүсем буласаҡ” тип яҙған.

Блогер үҙе өсөн тормоштоң мәғәнәһе нимәлә булыуы хаҡында һөйләп видеояҙма ла урынлаштырған.

  • Беләһегеҙме, был хәлгә тарығас, тормошта бойондороҡһоҙ булыуҙың ни ҡәҙәре мөһим икәнен аңланым. Мин хәҙер ябай нәмәне лә эшләй алмайым, машина ла йөрөтә алмайым, был – тормошомдо ҡатмарландыра. Бөтә нәмәне лә үҙең эшләй алыу хаҡында һүҙем. Бармаҡтарымдың һыныуы ла юҡтан ғына булманы. Мин уны рәхмәт итеп ҡабул итәм. Һөҙөмтә яһаясаҡмын. Хәҙер бер ай кешегә ялбарып йәшәйәсәкмен, – тип яҙа блогер.

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас