Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Май 2023, 11:21

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда 12 майҙа ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана; төндә — төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0-дән -3° һыуытып, ҡырау төшөүе фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә.

11 май кисенән 12 май кисенә тиклем республикала йәшәүселәрҙе аяҙлы-болотло һауа торошо көтә. Төндә көньяҡта, көндөҙ иһә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә +2, +7°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0-дән -3° һыуытып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +8, +13°, төньяҡта +18°.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-11/mchs-preduprezhdaet-zhiteley-bashkirii-o-silnom-vetre-i-zamorozkah-3253697

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас