

Осрашыуҙа батальонды тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Әлбиттә, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү тураһында ла һүҙ булды. Ирекле рәүештә СВО-ға китеүселәр хеҙмәттәге һәр ярты йылға 200 мең һум бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны аласаҡ һәм башҡа түләүҙәр ҙә ҡаралған.
Радий Хәбиров ирекмәндәргә Ватан һағына баҫырға теләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Минең төбәк башлығы булараҡ төп бурысым - һеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе бөтә ресурс менән тәьмин итеү. Башҡортостан халҡы ла һеҙҙең өсөн борсола һәм гуманитар ярҙам ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша, - тине БР Башлығы.
Таһир Кусимов исемендәге батальон командиры белдереүенсә, шәхси состав төҙөлгән, хәрби әҙерлек үтергә китергә әҙерҙәр.
Фото: БР Башлығы сайтынан.