+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм каналында хәбәр итеүенсә, Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хирургтары дүрт йәшлек баланың ашҡаҙанынан алты магнит шарын алған.
Ата-әсәһе сабыйҙы үҙҙәре медицина учреждениеһына алып килгән. Хирургтар эндоскоп ярҙамында алты магнит шарын сығарған.
Хәҙер уның хәле яҡшы, ғүмеренә хәүеф янамай. Шулай ҙа Һаулыҡ һаҡлау министры балаларға ҡарата иғтибарлы булырға кәңәш итә.
Фото: һаулыҡ һаҡлау министры А. Рәхмәтуллиндың телеграм-каналынан.