

БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республикала яҙғы сәсеү барышы менән таныштырҙы.
Бөгөнгө көнгә яҙғы культуралар 1 миллион 500 мең гектарҙа сәселгән. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 1 миллион 78 мең гектар, майлы культуралар 336 мең гектарҙы биләй. Шәкәр сөгөлдөрө 47 мең гектар майҙанда ултыртылған.
Әлшәй, Архангел, Дәүләкән, Кушнаренко, Краснокама, Мәләүез райондары сәсеү эштәрен 90 процентҡа тамамлаған.
7, 8 һәм 9 майҙа Башҡортостанда төндә көслө ҡырау төшөүе күҙәтелде.
«Бөгөн дә ҡырау төшөүен көтәбеҙ - ҡайҙалыр минус 9 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Беҙҙә шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа культураларҙың туңыуы күҙәтелә. Район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре Россельхозцентр хеҙмәткәрҙәре менән берлектә хәҙер ҡырау килтергән зыяндың майҙанын, характерын һәм дәрәжәһен билдәләй. Әлегә баһалайбыҙ. Аҙна аҙағына тиклем яңынан сәсеү буйынса ҡарар ҡабул итербеҙ», - тип хәбәр итте республиканың аграр ведомствоһы башлығы.