

Байрам көндәрендә Башҡортостанда 10 урман янғыны теркәлгән. Учалы һәм Йылайыр райондарында "Урман һаҡлаусы" системаһы ут сығыуы тураһында иҫкәртеп, урмандағы янғындарҙы тиҙ арала һүндергәндәр. Урмандарҙан тыш, шәхси торлаҡ секторҙарында ла янғындар теркәлгән, ҡоро үлән дә янған (мәҫәлән, 8 майҙа Кушнаренко районы Әхмәт ауылы янында ҡоро үлән янып киткән, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы эргәһендә 1,5 гектар майҙанда ҡоро үлән янған). Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан Александр Лопухов "Сәләм" программаһының тура эфир барышында хәбәр итте.
Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән.
Утҡа ҡаршы көрәшкә ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, урындағы халыҡ, хатта Ка-32 вертолеты ла йәлеп ителгән.
Янғын сәбәптәр: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү, сүп-сар яндырыу, һүндерелмәгән усаҡ, тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Тулыраҡ мәғлүмәт видеола: https://vk.com/tsur_bashkortostan
Фото: МЧС РБ.