

Билдәле булыуынса, уның юлын ҡыйып үтәләр, Диана автомобиль менән идара итә алмай бағанаға бәрелә һәм урында йән бирә. Йәш әсәнең өс балаһы тороп ҡала. Әйткәндәй, Диана уларҙы яңғыҙы тәрбиәләгән була.
Йырсы һеңлеһенең үлемендә кем ғәйепле икәнен әйтте.
- Бөгөн аварияла Дианабыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Әле һаман ышанып бөтә алмайым. Был юғалтыу әсәйем менән атайымды юғалтыуҙан да ауырыраҡ булып сыҡты. Ҡот осҡос фажиғәлә, иҫерек енәйәтсе ғәйебе арҡаһында һеңлемдең ғүмере өҙөлдө, өс бала әсәйһеҙ ҡалды, атай-әсәйһеҙ. Тыныс йоҡла туғаныбыҙ. Балаларҙы ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерербеҙ, Алла бирһә, - тип яҙҙы Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Диананың әсәһе Рәйсә ханымға, атаһы Рәшиткә, яҡындарына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Мәрхүмдең урыны йәннәттә булһын.
Фото: Т. Аманов