Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Май 2023, 10:25

Ниндәй ҡан төркөмө иң хәүефлеһе?

Гарвард университеты ғалимдары ҙур тикшеренеү үткәргән. Бында улар, ҡан төркөмдәренең береһе бигерәк хәүефле, тигән һығымтаға килгән.    

Ниндәй ҡан төркөмө иң хәүефлеһе?Ниндәй ҡан төркөмө иң хәүефлеһе?
Ниндәй ҡан төркөмө иң хәүефлеһе?

Күп һанлы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был ҡан төркөмөнә эйә булыусылар йышыраҡ етди ауырыуҙарға дусар була. Был  ҡан төркөмөнә эйә булыусылар ихтимал булған бөтә ауырыуҙарҙы ла эләктереп барыусан. Һүҙ яман шеш һәм түлһеҙлек хаҡында ла бара.

Ғалимдарҙың мәғлүмәттәре буйынса, был – кире резуслы 4-cе ҡан төркөмө. Ер шарында йәшәүселәрҙең 8 проценты  ғына ошо ҡан төркөмөнә эйә, тип билдәләй эксперттар. Вермонт университеты ғалимдары төркөмө, дүртенсе ҡан төркөмө  кешеләре йышыраҡ инсульт һәм мейе зарарланыуынан яфалана, тигән һығымтаға килгән. Улар йышыраҡ фекер йөрөтөү йә хәтерләү менән бәйле ауырлыҡтар менән осраша. Бынан тыш, ул кешеләрҙә аҡыл зәғифлеге үҫешеү хәүефе 82 процентҡа юғары.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас