Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Май 2023, 06:42

Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта

Урал ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына һәм "Бөтә быуын сик һаҡсыларына" мемориаль обелиск асыуға арналған тантаналы митинг үтте.

Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафтаИл сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта
Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта

Ҡанлы яуҙа ятып ҡалған батырҙар һәм илебеҙгә еңеү алып ҡайтҡан яҡташтары иҫтәлегенә обелискты булдырыуҙа ауыл халҡы тос өлөш индергән.

Мемориаль обелискты асыу - ҙур Ватаныбыҙ сиктәрендә хеҙмәт иткән, алып барған һәм алып барасаҡ бөтә сик һаҡсыларына тәрән рәхмәт билдәһе. Һәр һуғышта сик һаҡсылары беренселәрҙән булып һөжүмде үҙҙәренә ала. Бөтә ваҡыттарҙа ла ил сиге һаҡсылары ғәскәрҙәре дәүләтебеҙҙең ныҡлығын күрһәтте. 

Әйткәндәй, райондың запастағы сик һаҡсыларының йәмәғәт ойошмаһы һәм Урал ауылы халҡы инициативаһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған мемориаль комплексҡа реставрация үткәрелгән. Шулай уҡ был паркта ауыл халҡының берҙәмлеге ярҙамында Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир Максим Багавеевтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ һәм исем ағасы ултыртылған.

Бөтә быуын сик һаҡсыларына мемориаль обелискты асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа, Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәновҡа һәм Ҡырмыҫҡалы районының запастағы сик һаҡсылары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннановҡа бирелде.

  • Илебеҙҙәге иң мөһим, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы менән һеҙҙе тәбрикләйем. Бөгөн бында, ысынлап та, күптән көтөлгән, бөтә ауыл халҡы яҡынайтҡан ҙур ваҡиға. Сик һаҡсыларына обелиск урынлаштырыу идеяһы ике йыл элек тыуҙы. Ауыл активистары паркта капиталь төҙөкләндереү үткәреү менән дә мөрәжәғәт итте. Беҙ барыбыҙ ҙа был идеяны хуплап ҡаршы алдыҡ. Бөгөнгө сара уның һөҙөмтәһе булып тора. ,- тине Әлфир Фәрхәт улы.
  • Улым юбилейға сик бағанаһын бүләк иткәндән һуң, уны бөтә яҡташ сик һаҡсыларына бағышлап, паркка урынлаштырыу идеяһы килде. Ауылдаштарыма, запастағы сик һаҡсыларына, «Уралхим» йәмғиәтенә, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенә идеяны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, - ти Урал ауылы активисы, райондың запастағы сик һаҡсылары йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Венер Әлимғафаров. Яңы мемориаль комплекс йәштәргә Рәсәй һәм совет һалдаттарының эше, ҡаһарманлығы хаҡында күберәк мәғлүмәт бирер, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр, тигән ышаныста ойоштороусылар. Йәшел беретлыларҙың барыһына ла үҙ-ара татыу, көслө рухлы, тыуған ерҙәренә һәм халҡына тоғро булыуҙарын теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙам заттары ла тап ил сиге һаҡсылары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ

Артабан йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә, ватанды һаҡлаусыларҙың данлы батырлыҡтарын мәңгеләштереү һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм активистарға муниципаль район һәм Ҡарлыман ауыл Советы хакимиәттәренең, БР-ҙың “Сик” сик буйы ғәскәрҙәре запасы ветерандарының һәм хәрбиҙәренең төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттары, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына таныҡлыҡтар тапшырылды.

Ситтәрәк мул табын артында ҡайнар самауырҙар боҫрап ултырыуы, йыр-бейеү - быларҙың барыһы ла байрамға йәм, дәрт, рух өҫтәне.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас