Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Май 2023, 07:42

Айҙар Ғәлимов ҡатыны менән бәхетле йәшәү серен әйтте

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов  бер әңгәмәһендә ҡатынының ныҡ аҡыллы һәм тыныс булыуы хаҡында һөйләне.

Айҙар Ғәлимов ҡатыны менән бәхетле йәшәү серен әйттеАйҙар Ғәлимов ҡатыны менән бәхетле йәшәү серен әйтте
Айҙар Ғәлимов ҡатыны менән бәхетле йәшәү серен әйтте

 Йырсынан: «Һеҙҙең эргәлә һәр ваҡыт фанаттарығыҙ күп. Был ғаиләлә ыҙғыш-талашҡа сәбәп булманымы?» – тип һорағандар.

— Әлбиттә, көсөргәнешле мәлдәр булғыланы. Элек кеҫә телефондары булмағанда, йорт  телефонына  йыш ҡына шылтырата торғайнылар, хатта төндә лә. Был икебеҙҙең дә йәненә тейә ине. Әлеге ваҡытта ла ватсапҡа яҙғылайҙар... Әммә Зилә аңлап ҡабул итә. Юғиһә беҙгә  айырылышырға тура киләсәк, тормошобоҙ алға бармаясаҡ. Ҡатыным күп ваҡытын балаларға бағышлай. Ә минең фанаттарым оло инде хәҙер.Үҙемде лә “мамонт” итеп тоям, – тип йылмая артист.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас