Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Май 2023, 16:21

Ҡырау төшөр булһа...

Беҙҙең  һауа шарттарында 6 – 10 июнгә тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Шуға баҡсасыларға уның төшөүен алдан белеү бик мөһим. Был иһә сәскәгә күмелгән, сәселгән баҡсаны һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Ҡырау төшөр булһа...Ҡырау төшөр булһа...
Ҡырау төшөр булһа...

Һалҡын булыры йәки ҡырау төшәсәге хаҡында  республикабыҙ радио тапшырыуҙарында хәбәр ителә, интернет селтәренән дә ҡарарға була. Әммә был мәғлүмәттәр ҡайһы бер ваҡытта  тура килмәүе лә мөмкин.

Тәжрибәле баҡсасы, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренән сығып, ҡырау төшөрөн кистән үк билдәләй һәм уға ҡаршы саралар күрә башлай. Ҡырау төшөр булһа, көндөҙгө эҫенән һуң киске сәғәт алтыларҙа ҡапыл һалҡынайта, һауала тынлыҡ хөкөм һөрә, күктә болот әҫәре юҡ, һауа ҡоро, үҫемлектәр ҙә, тупраҡта ла ысыҡ күҙәтелмәй. Бындай саҡта ҡырау төшөрөн көт тә тор.

Әгәр күк йөҙөндә болоттар булһа, ел иҫеп торһа, үләнгә ысыҡ төшһә, ҡырау булмаясаҡ.

Баҡса биләмәләрендә термометрҙың  булыуы мөһим. Һалҡын булырын, ҡырау төшөрөн түбән урынға ҡуйылған термометр хәбәр итә.

Әгәр төн уртаһында термометр 2 градусҡа тиклем төшһә, түбән төшөүен дауам итһә, ҡырауға ҡаршы сараларҙы кисекмәҫтән башларға кәрәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас