+24 °С
Ямғыр


Билдәле Рәсәй журналисы, “Мәскәү. Кремль. Путин" программаһының авторҙашы һәм алып барыусыһы Павел Зарубин “Яҡташлыҡ көсө” форумында ҡатнашыусылар менән бәйләнешкә сыҡты.
2023 йылдың ғинуарында Павел Зарубин Рәсәй Президенты Владимир Путиндан уның Башҡортостанға мөнәсәбәте тураһында һорай. Был мәлде яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Һәм үҙенең туған һүҙҙәре: «Белорет», «Абҙаҡ», «Өфө» ошондай кимәлдә яңғырағанын аңлауы бик ҡыуаныслы, тип өҫтәне. Ә иң мөһиме – илебеҙ тарихында һәм яҙмышында Башҡортостандың роленә баһа биреү.
Сығанаҡ: glavbash?w=wall-144352066_237259
Фото: smotrim.ru