

Мәҙинә Фазылова халыҡ ижады өлгөләренең береһен тәҡдим итә:
"Берҙән-бер көн бабай ауһыҙ барған, шулай ҙа талды мәскәүләп алтын төҫлө суртан тота. Балыҡ телгә килеп, бабайҙан ебәреүен ялбарып һорай. Ыуылдырыҡ сәсергә Йөҙәйгә табан йүнәлеүен әйтә. Күңелең ни теләй, шуны бирәм, тигән. Күл төбөндә ҡаласыҡ булыуын да һөйләй.
Бабай суртанды күлгә кире ебәрә һәм ҡайтҡас, барыһында түкмәй-сәсмәй әбейенә һөйләй.
Әбекәй һүлпән генә тауыш менән: “Ни өсөн балыҡтан яңы түшәк һораманың?” – тигән. Бына күрмәйһеңме, ҡорама юрған туҙып бөткән тигәс, бабай әбейенең күңелен табайым тип, кире күлгә килә.
Ҡояш байыу менән суртандар күлдән-күлгә тәгәрәй башлай. Балыҡсы ҡарт аңдып тора, көмөш төҫлө суртандар ялт та йолт тәгәрәйҙәр икән, оҙаҡ көттөрмәй һары алтын төҫлө суртанды күреп, талды мәскәүләп балыҡты эләктереп ала.
Балыҡ:
– Ни өсөн мине тағы мәскәүләнең, – тип һорай. Бабай әбейенең үтенесен әйтә.
– Бар ҡайт, ҡартлас, булыр һиңә яңы мендәр менән күпмә.
Бабай ҡайтып инеүе була, әбейе мендәр һәм күпмә өҫтөндә ултыра икән. Уларға йомшаҡ ҡамыш башы тултырылған икән.
Әбей:
– Ҡамыш мендәр һәм түшәк борхолдап тора, йыйып һалырға һандыҡ һорар инең, – тигән бабайына.
Бабай әбей күңелен күрәйем тип, тағы ике күл араһына суртан мәскәүләргә сыға.
– Ни булды йәнә, ҡартлас, ебәр мине, – ти икән ауға эләккән алтын балыҡ.
Бабай әбейенең йомшаҡ мендәр теҙергә һандыҡ һорағанын әйтә.
– Бошонма, бар ҡайт, булыр һиңә һандыҡ, – ти ҙә суртан Ҡамышлы күлгә төшөп китә.
Балыҡсы бабай йортона ҡайтып инһә, ни күҙе менән күрә – әбейе затлы һандыҡҡа мендәрҙәрен теҙеп тә ҡуйған.
Әбекәй был юлы уҫал тауыш менән бабайға тағы һүҙ ҡуша:
– Һандыҡ аҫтына урындыҡ, урындыҡ янына ҡашығаяҡ тулы һике кәрәк!
Бабай бер аҙ аптырап тора ла, ҡабат күлгә йүнәлә...
Йортондағы хәлде һөйләгәс, суртан, теләгең ҡабул булыр, ти ҙә, тәгәрмәс кеүек тәгәрәп, Йөҙәй күленә төшөп китә.
Бабай йортона ҡайтып инеүе була, әбейе, йөҙөм ай кеүек тулы булһын, тип , үҙен йәшәртергә бойороҡ бирә...
Йәшәргән ҡарсыҡ көн дә түңәрәк көҙгөгә ҡарап, һоҡланып маһая икән.
Башынан алып түш тулы мәрйен, балыҡ тәңкәһе ише көмөш биҙәүестәргә күмелә ҡарсыҡ, тиелә башҡорт халыҡ әкиәтендә. А. Пушкин әкиәтте үҙгәртеп яҙған, ә мәрйенле селтәр, көмөш тәңкәле яға тураһында ләм-мим, был өлөш юҡ...
Аҙған әбей мыжып, тамам бабайының теңкәһен ҡорота. Уның нәфсеһе артҡандан-арта икән.
Шулай бер көн әбей бабайға алтын суртан сер итеп кенә һөйләгән күл төбөндәге Түңәрәк ҡаласыҡ тураһында белеп ҡала.
Яңы йорт һалдыртҡандан һуң шау мәрйенле, аҫыл ташлы кәләпүшен кейеп, Түңәрәк ҡаласыҡта батшабикә булырға хыяллана башлай.
Бойороп, батшабикә булам, тигән мәлдә күк күкрәп, хатта йәшен ата, тиелгән башҡорт әкиәтендә.
Изге күңеле балыҡсы ҡарт алтын суртанды ҡабат мәскәүләргә баҙнат итмәй. Әбейе янына ла ҡайтмай, күл буйында йәшәй башлай.
Меҫкен бабайҙы ҡомһоҙ әбейе барып таба барыбер. Көн күрһәтмәй, бабайҙы һуйыл менән туҡмай икән.
Ҡамышлы һәм Йөҙәй күл араларында тәгәрәп йөрөгән суртандар ажар әбейҙең ҡыланышын күреп ҡала.
Балыҡтар ялт-йолт итеп, бабай тирәләй өйөрөлөп, әйләнеп уйнаһа ла, бабай, барыбер балыҡҡа башҡа табынмайым, тип мәскәүләмәй икән.
Алтын суртан был күренештән һуң әбейгә асыулана. Күл төбө ҡаласығында батшабикә булыу теләген үтәмәй, элекке хәленә ҡайтара.
Шулай бер көн балыҡсы ҡарт: "Һәптән бабай, ҡайҙа булдың?" – тигән иламһыраған таныш тауыш ишетеп, артына әйләнеп ҡараһа, туҙып бөткән ҡорама юрған тотҡан ҡарсығын күреп ҡыуана.
Әкиәттә төп идея әҙәм нәфсеһе түгел, ә мәжүселек бөтөп, ислам дине тарала башлаған осор сағыла. Башҡорттарҙың балыҡҡа ла табынып йәшәгәне билдәле.
...Халыҡ хәтере аша байтаҡ әкиәт һәм риүәттәр бөгөнгө көндә лә тергеҙелә. Бары тик яҙып ҡына өлгөр".
Фото: Мадина Фазылова (vk.com)