Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Май 2023, 18:19

Мумиенан битлек

Битегеҙҙә ҡара нөктәләр булһа, һытҡы сығып йонсотһа...

Мумиенан битлекМумиенан битлек
Мумиенан битлек

Мумие - биологик продукт, бәлзәм. Уның составында 30-лаған химик элемент, 20 макро һәм микроэлемент, 6 төр аминокислота, бер нисә төр витамин, эфир майҙары, ыҫмала бар. Халыҡ медицинаһында төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланыла. Кометологияла йыйырсыҡтарҙы шымартыу, һытҡыны бөтөрөү өсөн ҡулланалар.

Тау балауыҙының иретмәһе эпидермис күҙәнәктәренә үтеп инеп, биттәге ҡара нөктәләрҙе лә таҙарта.

Маска эшләү өсөн 1 г мумиены 100 г  һыуҙа иретергә һәм биткә һөртөргә йәки тирене яҡшылап таҙартып, мамыҡты был иретмәгә сылатып биткә ҡапларға кәрәк. 2 минуттан артыҡ тоторға ярамай.

 Битлекте көн аша эшләргә мөмкин.

 

Фото: orimos.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас