Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Май 2023, 18:03

Күлләр ауылы халҡын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында уҙғарылған “Атайсал – яҡташлыҡ көсө” форумында “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы еңеүселәре лә бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Күлләр ауылының да булыуы бар район өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

Күлләр ауылы халҡын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!Күлләр ауылы халҡын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Күлләр ауылы халҡын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Күлләр ауылының муниципаль этапта еңеп яулап, республика буйынса еңеү өсөн ниндәй эштәр башҡарғанын беҙ гәзит биттәрендә күрһәтеп барҙыҡ. Ауылдың әүҙемселәре айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатында бик күп төрлө саралар, байрамдар, осрашыуҙар, өмәләр үткәрҙе.

Әлбиттә, был эштәрҙең башында торған Ефремкин ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова, Күлләр ауылының әүҙемсеһе Римма Сөләймәнованың тырышлығын һәм күп көс түгеүен әйтеп китмәү мөмкин түгел.

Республика башлығы Радий Хәбиров 1 500 000 һумлыҡ сертификатты һәм Дипломды район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа һәм Ефремкин ауыл биләмәһе башлығы Наталья Ивановаға тапшырҙы.

Күлләр ауылы халҡын “Бәләкәй тораҡ пункттар” номинацияһында III дәрәжә Дипломға эйә булыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм сертификатты мәнфәғәткә ярашлы тотоноуҙарын теләйбеҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас