

Рәсәй Дәүләт Думаһының ЛДПР партияһы депутаттары 20 йыл законлы никахта йәшәгән парҙарға түләмдәр булдырыу тураһындағы закон проекты әҙерләй. Был турала ТАСС агентлығына башланғыстың авторы, фракцияның етәксеһе урынбаҫары Ярослав Нилов һөйләгән.
“Әлеге әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү кәрәклеге ваҡытында ғаилә институтына ла ярҙам талап ителә”, – тигән ул. Фракция бындай парҙарға 20 мең һум күләмендә аҡса түләргә тәҡдим итә. Бынан тыш һәр төбәк үҙенең өҫтәмә социаль ярҙам төрөн булдыра ала.
Ярослав Нилов әйтеүенсә, башланғысты партияға нигеҙ һалыусы Владимир Жириновскийға арнарға ниәтләйҙәр. Ул, билдәле булыуынса, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, бер ҡатын менән генә йәшәгән, ти улар.
Документты яҙғы сессия тамамланғансы Хөкүмәткә ҡарарға ебәрергә ниәтләйҙәр.
Һеҙҙеңсә, бындай закон кәрәкме? Ул ғаилә иститутын һаҡларға ярҙам итерме?
Фото: letsgophotos.ru