

Дыуан районы хакимиәтенең бер юлы биш хеҙмәткәре үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китте.
Ир-егеттәр контракт төҙөгән һәм “Еңеү менән ҡайтырбыҙ” тигән һүҙҙәр менән киткән. Уларҙы туғандары һәм коллегалары оҙатып ҡалған.
– Уларҙың барыһы ла күп йылдар хакимиәттә эшләне, шул иҫәптән етәксе вазифаларҙа. Унда командировкаға гуманитар ярҙам алып барып, яугирҙәрҙең нисек йәшәүен күргәндән һуң, бөтәһе лә ғариза яҙҙы. Әлбиттә, беҙ икеләнмәйсә уларҙы ебәрҙек, геройҙар һәм еңеүселәр булып ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, – ти район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда контракт хеҙмәте буйынса хеҙмәт итеү тураһында берҙәм белешмә асылған, уның номеры – 117. Шулай уҡ 122 йәки +7 (347) 218-19-19 һандары аша ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең иң яҡын офисына, башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин йәки Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының һайлап алыу пункты Өфө, Революция урамы, 156 адресы, +7 (347) 248-29-31 телефон һандары буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин. Һеҙҙең һорауҙарға телеграм мессенджерында чат-бот та яуап бирә ала.
Фото: “Башкирия Оnline”