Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Май 2023, 07:09

Ғаиләләргә 20 мең һум премия түләүҙәре ихтимал

РФ Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы депутаттары 20 йылдан ашыу бергә йәшәгән ғаилә парҙарына аҡсалата түләү булдырыу тураһында закон проекты әҙерләгән.    

Ғаиләләргә 20 мең һум премия түләүҙәре ихтималҒаиләләргә 20 мең һум премия түләүҙәре ихтимал
Ғаиләләргә 20 мең һум премия түләүҙәре ихтимал

РФ Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы депутаттары 20 йылдан ашыу бергә йәшәгән ғаилә парҙарына аҡсалата түләү булдырыу тураһында закон проекты әҙерләгән.

 

Партия рәйесе урынбаҫары Ярослав Нилов белдереүенсә, илебеҙҙең бер нисә төбәгендә никахта оҙаҡ йәшәүселәрҙе дәртләндереү саралары бар. Закон проекты авторҙары ике тиҫтә йылдан ашыу бергә йәшәүселәргә 20 меңәр (иргә лә, ҡатынға ла) һум аҡса түләргә тәҡдим итә. Һәр биш йыл һайын шул сумманы федераль кимәлдә түләргә, әлбиттә, төбәктәр үҙҙәренең ярҙамын да булдыра ала.

ЛДПР депутаттары был проектты партияға нигеҙ һалыусы һәм оҙаҡ йыл буйына бер ҡатын менән татыу йәшәүсе Владимир Жириновский иҫтәлегенә арнай.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас