Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Май 2023, 11:32

Торатау шиханына экоһуҡмаҡ асылды

Торатауға күтәрелеү өсөн хәүефһеҙ баҫҡыс төҙөү эштәре тамамланды, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Торатау шиханына экоһуҡмаҡ асылдыТоратау шиханына экоһуҡмаҡ асылды
Торатау шиханына экоһуҡмаҡ асылды

Ишембай районында Торатауға күтәрелеү өсөн хәүефһеҙ баҫҡыс төҙөү эштәре тамамланды. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

«Беҙ Торатау шиханына баҫҡысты астыҡ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров һәм республиканың «Торатау» геопаркы биләмәһен артабан үҫтереү буйынса ҙур пландары булыуын билдәләне.

Экоһуҡмаҡтың оҙонлоғо — 412 метрҙан ашыу, бөтәһе 697 баҫҡыс, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Баҫҡысты төҙөү өсөн 75 тонна металл ҡулланылған.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, туристар өсөн тәбиғәт ҡомартҡыларын асып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү, бай үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.

«Баҫҡыс үҙенсәлекле флораны һәм фаунаны кеше йоғонтоһонан һаҡларға мөмкинлек бирә. Мин Башҡортостан халҡынан һәм ҡунаҡтарынан тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙарын һорайым. Барыһын да ғәжәйеп гүзәл төбәгебеҙгә саҡырам», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/v-bashkirii-postroili-lestnitsu-na-shihan-toratau-3241626

Фото:видеонан скриншот

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/bash-ortostanda-toratau-shihanyna-eko-u-ma-asyldy-3241875

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас