

Бының өсөн яңы өҙөлгән сирень сәскәһе, үҫемлек майы һәм бер литрлыҡ банка кәрәк.
Был май менән мигрень йонсотҡанда – маңлайҙы һәм сикәләрҙе, ревматизмдан һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин. Уны кремға, лосьонға, шампунға ла өҫтәргә ярай. Халыҡ табиптары сирень майын янған, ҡырҡылған урындарҙы, эренле шештәрҙе, һытҡыларҙы, сиҡанды һәм башҡа тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡуллана.
Был шифалы май бронхиттан, һалҡын тейеүҙән, ангинанан, киҙеүҙән дә файҙалы. Уның менән ингаляциялар эшләргә мөмкин. Сирень сәскәһе нервыларҙы тынысландыра, стрестан һаҡлай. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән дә хәлде бер аҙ еңеллштерергә ярҙам итә. Бының өсөн төнгөлөккә кизе-мамыҡ туҡыманы майға сылатып алып, компресс эшләргә кәрәк. Өҫтөнән пленка менән уратып ҡуяһың. Ҡан тамырҙары өсөн махсус күенкмәләр ҙә эшләгәндә айырыуса һөҙөмтәле.