+28 °С
Болотло


Архангел районының Зәйет ауылында Ҡыҫынды йылғаһында 7 йәшлек ҡыҙ батҡан.
Уның кәүҙәһен һыуҙан ауыл кешеләре сығарған. Тағы бер бала – 6 йәшлек ҡыҙ ҙа - зыян күргән – ул әле ныҡ өшөгәнлектән реанимацияға һалынған.
Күҙаллауҙар буйынса, биш бала үҙҙәре генә йылға ярында уйнаған. Хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү буйынса тикшереү эштәре бара.
Хөрмәтле ололар, балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, һыу буйҙарында һаҡ булырға өйрәтәйек, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ – бәлә күҙ йомоп асҡан арала килә.
Фото: resbash.ru