Даирә
+23 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
28 Апреля 2023, 10:33

Луганск балаларына бал

Илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғаларға битараф булмаған кешеләр тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә, Луганск һәм Донецк республикалары халҡына ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша һәм гуманитар ярҙам туплауҙа үҙ өлөшөн индерә.Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҙамандар Миңниса һәм Ғәлинур Камаловтар ҙа был эштән ситтә ҡалманы. Улар үҙҙәренең шәхси умарталығынан алынған бер феләк балды Луганск балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә оҙатты.

Луганск балаларына балЛуганск балаларына бал
Луганск балаларына бал

Ни өсөн бындай ҡарарға килдегеҙ, тигән һорауға:
- Беҙ хәҙер өлкән йәштәге кешеләр, ураҙа тота алмайбыҙ. Шуға күрә изге Рамаҙан айында сауап булһын тип, балаларҙы ҡыуандырырға уйланыҡ. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан Иҫке Бәпес ауылы урман-ҡырҙарынан йыйылған ҡарабойҙай балын ауыҙ итһендәр, сәләмәтлектәре нығынһын, тәндәренә сихәт бирһен. Иң мөһиме, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, бындай афәтте башҡаса күрергә яҙмаһын, - тине Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы.
Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Миңниса һәм Ғәлинур Камаловтар күп көс һәм хеҙмәт талап иткән шөғөл менән булышыуҙарынан туҡтамай. Татлы күстәнәстәрен күрше-күләне, балалары менән дә уртаҡлашалар. Ошондай изге күңелле, йомарт булғанға ауылдаштары ла уларҙы хөрмәт итә, уларҙан өлгө алалар.
Әйткәндәй, 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән абруйлы пар ауылда уҙғарылған барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Ғәлинур Йыһанур улы урындағы уҙамандар советы рәйесе булһа, Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы Иҫке Бәпес ауыл китапханаһы мөдире вазифаһын башҡара. Уның моңло тауышы мәҙәни байрамдарҙы һәр саҡ биҙәй.
Изге ниәттәр менән башҡарған шәфҡәтлегегеҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын, теләктәрегеҙ ҡабул булһын, уҙамандар.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас