Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Апрель 2023, 06:02

Концерт ваҡытында Ризат Рамаҙанов һуштан яҙған

Ризат Рамаҙановҡа нимә булған

Концерт ваҡытында Ризат Рамаҙанов һуштан яҙғанКонцерт ваҡытында Ризат Рамаҙанов һуштан яҙған
Концерт ваҡытында Ризат Рамаҙанов һуштан яҙған

Иҙәндән торғас: "Вәт, башҡорт ҡыҙҙары", - тигән ул...

 
 

Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Баймаҡ ҡалаһында үткән концерттарҙың береһендә төшөрөлгән ҡыҙыҡлы видео тәҡдим итәбеҙ. 

Бәләкәс ҡыҙ сәхнәгә сыҡҡас, Ризат уға чупа-чупс бүләк итә лә үҙен үбеүен һорай. Ҡыҙ үпкәс, йырсы һуштан яҙған булып иҙәнгә ҡолап китә. Ҡыҙсыҡ аптырап ҡалмай, уның эргәһенән ғорур ғына атлап уҙып, сәхнәнән төшөп китә. 

Ризат был хәлгә ҡарата: "Вәт, башҡорт ҡыҙҙары-ы-ы-ы!" - ти.

Сығанаҡ: vk.com/public123179961

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас