Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Апрель 2023, 17:52

Телеграмм каналға ҡушылып та ураҙа тоторға мөмкин булған

Үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта сауаплы эште Гөлфиә Мөхәмәтдинова уйлап сығара һәм ошо рәүешле мәсет төҙөүгә хәйриә аҡсаһы йыя.

Телеграмм каналға ҡушылып та ураҙа тоторға мөмкин булғанТелеграмм каналға ҡушылып та ураҙа тоторға мөмкин булған
Телеграмм каналға ҡушылып та ураҙа тоторға мөмкин булған

Үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта сауаплы эште Гөлфиә Мөхәмәтдинова уйлап сығара һәм ошо рәүешле мәсет төҙөүгә хәйриә аҡсаһы йыя.

Бының өсөн изге күңелле ханым ураҙа чатын булдыра, уға ҡушылырға теләүселәр 400 һум иғәнә түләп инә. Ураҙа аҙағына 170 мең һум аҡса йыйыла. Матди ярҙам Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы мәсетен төҙөүгә тапшырыла.

 

Минең тәҡдимде ҡыҙҙар ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. 389 ҡатын-ҡыҙ йыйған аҡса ул. Тағы ла 7100 һумды Инстаграмдағы дуҫтарым күсерҙе, үҙемдән 4 мең һум тирәһе ҡушып, шундай ҙур сумма йыйылды!

Миңә ышанып килгән, мәсеткә ярҙам ҡулы һуҙған, минең менән ураҙа тотҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙға оло рәхмәтемде еткерәм! Ураҙа тотоусылар араһында сит өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ бар. Себер тарафтарынан, Грозный, Магнитогорск, Орск, Сатка һ б ҡалаларынан. Ил төкөрһә– күл була, тигәндәре шул! – тип шатлығы менән уртаҡлаша Гөлфиә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас