

Баҫыуҙа сәсеү эштәре гөрләй. Льготалы кредитҡа һатып алынған ҡеүәтле, заманса тракторҙар һәм ҡоролмалар ерҙе эшкәртә, юғары сифатлы орлоҡ сәсә. Баш агроном Рөстәм Бикмәтов һөйләүенсә, сәсеү эштәре 19 апрелдә башланған, иген культуралары дөйөм 2500 гектар майҙанда сәселә, көнбағыш һәм ужым культуралары - шулай уҡ 2500 гектар майҙанға ултыртыла. Сәсеү яҡынса бер аҙнанан тамамланасаҡ.
"Артемида" етәксеһе Евгений Пожидаев БР-ҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа иң тәүҙә яңы төҙөлгән келәтте күрһәтте. Былтырғы уңыш иҫ киткес шәп булған, уны һаҡлауға бәйле ҡатмарлыҡта килеп тыуған. Ошоно иҫәпкә алып, федераль субсидия ярҙамында яңы келәт төҙөлгән, икенсеһе яҡын көндәрҙә төҙөлә башлаясаҡ.
Шулай уҡ Хөкүмәттән бирелгән льготалы кредиттар ярҙамында ашлама таратыу, сәсеү ҡоролмалары, ашламаны эшкәртеү өсөн резервуарҙар һатып алынған.
"Артемида" хужалығында 1200 һауын һыйыры аҫрала. Дөйөм 150 кеше эшләй. 4 ир-егет көҙөн мобилизацияға эләгеп, СВО-ға алынған. Предприятие етәкселеге уларҙы барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән, киләһе айҙа гуманитар ярҙам менән "УАЗ" машинаһы ебәреү планлаштырыла.
Автор:Инсаф Хужабирганов