Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Апрель 2023, 09:55

Республикала ишле ғаиләнең йорто янған

Башҡортостанда күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан. Фажиғә Инйәр ауылында булған. Киске сәғәт 8-ҙә ведомствоға Ҡунаҡхана урамындағы янғын тураһында хәбәр килгән.

Республикала ишле ғаиләнең йорто янғанРеспубликала ишле ғаиләнең йорто янған
Республикала ишле ғаиләнең йорто янған

Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр юлланған.

Йортта күп балалы ғаилә йәшәгән: ата-әсә һәм дүрт бала (2010 һәм 2016 йылғы малайҙар, 2018 һәм 2022 йылғы ҡыҙҙар). Янғын ваҡытында өйҙә бер кем дә булмаған, атай кеше өлкән улы менән ихатала йөрөгән, әсә өс балаһы менән туғандарына киткән.

Ут һүндерелгән. Ғаилә туғандарына урынлаштырылған. Район хакимиәте ишле ғаиләгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү эшен ойошторған.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-04-24/v-bashkirii-sgorel-dom-mnogodetnoy-semi-3232750

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас