Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
25 Апрель 2023, 10:37

Башҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ әсәһе һөжүм иткәндән һуң дауаханаға эләккән

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер урындағы дауахананың хирургия бүлегенә оҙатылған.

Башҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ әсәһе һөжүм иткәндән һуң дауаханаға эләккәнБашҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ әсәһе һөжүм иткәндән һуң дауаханаға эләккән
Башҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ әсәһе һөжүм иткәндән һуң дауаханаға эләккән

«Пациент хирургияла, хәле тотороҡло. Уның менән психолог эшләй», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Бынан алдараҡ Shot телеграм-каналы Хәйбулла районында әсәнең йоҡлап ятҡан ҡыҙына бысаҡ менән ташланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бәхеткә күрә, атаһы ҡыҙына ярҙам итеп өлгөргән.

Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, күпмелер ваҡыт элек ҡатындың психикаһына бәйле проблемалар башланған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-04-25/v-bashkirii-12-letnyaya-devochka-popala-v-bolnitsu-posle-napadeniya-materi-3233696

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас