

Быйыл баҡсасы календарына күҙ һалһаң, май айында 1, 2, 5, 6, 7, 15, 19, 20, 23, 24, 27, 28 сәсеү өсөн ҡулайлы көндәр. Ә бына 16, 29, 30, 31 сәсеү менән булышмай торорға кәңәш ителә.
Бүлбеләрҙә ауырыуҙар барлыҡҡа килмәһен өсөн уларҙы фунгицидтар менән эшкәртергә кәрәк. Был уңышты бермә-бер арттырырға ярҙам итәсәк.
Төрлө ауырыуҙарҙан картуф уңышының 10 – 60 процентын юғалтабыҙ. Күпселек ауырыуҙар бүлбеләр аша йоға. Иң йыш осраған ауырыуҙар: ҡара һабаҡ, серек ауырыуы, фузариоз, фомоз, ризоктониоз, ҡутыр. Шулай уҡ ҡаты ҡорт бүлбеләргә ҙур зыян килтерә.
Гөлдәр Сибәғәтуллина, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең агрономы:
Бүлбеләрҙе ерҙең үҙенсәлегенә ҡарап ултыртабыҙ. Ҡомло ерҙә 6 – 8 сантиметр тәрәнлеккә, йомшаҡ тупраҡлы ерҙә 8 – 12 сантиметр тәрәнлеккә сәсәләр. Уңыштың нигеҙе – һәйбәт орлоҡҡа бәйле икәнен дә онотмағыҙ.
Ә һеҙ картуф мул уңыш бирһен өсөн ниндәй саралар ҡулланаһығыҙ?