Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2023, 09:48

Алда - байрамдар

Бер байрам тамам. Май байрамдары ла етә.

Алда - байрамдарАлда - байрамдар
Алда - байрамдар

Был турала яҙҙыҡ инде (Май байрамдарында нисек ял итәсәкбеҙ? (ye102.ru)). Оҙон ял 29 апрелдә башлана: 29, 30 апрель (шәмбе, йәкшәмбе), 1 май (байрам).

Унан һуң тағы ла оҙон ял бар - 6 һәм 7 май (шәмбе, йәкшәмбе), 8 май (йәкшәмбегә тура килгән 8 ғинуарҙың ялы күсерелде) һәм 9 май (Еңеү көнө).

Депутаттар май байрамдарын бергә ҡушып, ғинуарҙағы кеүек оҙон каникул яһамаҡсы ине, быйылға өлгөрмәнеләр, буғай. Парламентарийҙар белдереүенсә, "май каникулдары" файҙалыраҡ буласаҡ. Сөнки был ваҡытта баҡса миҙгеле лә башлана. Ә "яңы йыл каникулдары"нда ни баҡсала эшләп булмай, ни ҡырға сығып, шешлек бешереү нисектер яйһыҙ))) Халыҡ бер төрлө киноларҙы ҡарап, ялҡып китә.

Имен көндә, яҡшы ялдар!

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас