Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель 2023, 06:14

"Британец" өйләнгән!

Кисә Учалыла ялға ҡайтҡан "Британец" ҡушаматлы яугир һәм уның һөйгән ҡыҙы Айгизә сәстәрен-сәскә бәйләгән    

"Британец" өйләнгән!"Британец" өйләнгән!
"Британец" өйләнгән!

Йәшлек бар ерҙә мөхәббәт бар, һөйөү бар ерҙә яңы ғаилә тыуа. Кисә Учалыла ялға ҡайтҡан "Британец" ҡушаматлы яугир һәм уның һөйгән ҡыҙы Айгизә сәстәрен-сәскә бәйләгән. Илсе ауылы егете үҙенең һөйгәне менән алтынсы йыл дуҫлаша. Йәштәр күптән өйләнешергә ҡарар итһә лә, туйҙы кисектереп тора.
Сентябрҙә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға алынған егет иҫән-һау ҡайтырға һәм өйләнергә һүҙ биргән. Ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡас, йәштәр никах уҡытып, ЗАГС-та теркәлгән.
"Британец" ҡушаматлы яугир Луганск республикаһында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, взвод командиры урынбаҫары. "Британец" ҡушаматын тиккә таҡмауҙарын белдергән. "Ҡайһы саҡта кәрәкмәгән урында ҡыҫылам, хеҙмәттәштәр, һин Британия разведкаһында хеҙмәт итмәнеңме, тип шаярта", - ти Учалы егете.

Ҡыйыу йөрәкле яугиргә һәм уның кәләше Айгизәгә мөхәббәтле ғүмер, бәхетле тормош теләйбеҙ! Төрлө һынауҙарға юлыҡҡан һөйөүегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен! Бәхетле булығыҙ!

Фото: vk.com

 

Автор:Карима Усманова
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас