

Быуаҙ һыйыр өҙлөкмәһен өсөн сифатлы аҙыҡ ашап торорға тейеш. Йылы,ҡоро һәм таҙа һарайҙа һыйырҙы быҙаулатҡандан һуң, 24 сәғәт дауамында быҙау әсәһе менән тора. Был ваҡыт эсендә һыйыр безәүкәйҙе ялай һәм шул рәүешле эсенә массаж да яһала. Һарай елләтелеп торһон. Ныҡ йылы , дымлы һауа булғанда бактериялар үрсей, мал төрлө сирҙәргә тиҙ генә бирешеп бара.
Беренсе тапҡыр ыуыҙҙы быҙау тыуғандан һуң 1–1,5 сәғәт ваҡыт үткәс эсерәләр. Был һөт составындағы аҡһымдар араһында альбуминдар һәм глобулиндар өҫтөнлөк итә. Быҙауға үҙ ваҡытында антитәнсектәр (антитела) тулыһынса үҙләштерелә һәм ҡанға һеңә.
Бер айға тиклем быҙауға һөт көнөнә 3 – 4 тапҡыр бирелә, һуңынан икегә ҡалдырыла. Матур булып үҫһен , нығынһын өсөн өс ай әсәһенең һөтөн имеп торорға тейеш. Йәш малды сирләтмәҫ өсөн үтәнән - үтә ел өрөп торған урындарҙа тотмағыҙ.
Фото: ru.pinterest.com