Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Апрель 2023, 19:08

Таңһылыу Йәнтурина Алһыу ебәк еләнемде, вай, кем, Тектеңме икән яратып, вай, кем?..

Республика күләмендәге ҡалаларында үткән “Байыҡ” бейеү йыйынының аҙағындағы ҡотлауҙар барышында үҙен сәхнәгә саҡырыуҙарына Асия Солтан ҡыҙы аптырап ҡалды: кемдән, ниндәй ҡотлау, һис кенә лә көтмәгәндә булды был.

Таңһылыу Йәнтурина Алһыу ебәк еләнемде, вай, кем, Тектеңме икән яратып, вай, кем?..Таңһылыу Йәнтурина Алһыу ебәк еләнемде, вай, кем, Тектеңме икән яратып, вай, кем?..
Таңһылыу Йәнтурина Алһыу ебәк еләнемде, вай, кем, Тектеңме икән яратып, вай, кем?..

Сәхнәлә ҡулына алһыу ебәк елән тотоп торған егетте күргәс кенә, ул бүләк кемдән икәнен аңланы.Тик ни өсөн ошо ҙур бүләкте тектергән кеше үҙе килеп уға тапшырмай, ә икенсе кешеләр аша ебәргән?! Абруйлы эшҡыуар үҙ ҡулдары менән уға тапшырырға түбәнһенгәндер, күрәһең... тип, нимә генә уйлап бөтмәне ул...
Шулай ҙа уйҙарының осона сығыр өсөн, юлға йыйынды: көтөлмәгән аманат өсөн уға үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә тейеш. Бүләк ебәреүсе эшҡыуар үҙенең уҡыусыһы Розаның атаһы икәнен яҡшы белә. Үҙе бер нисә ҡат Баймаҡ ҡалаһына барҙы. Был еләнде эшҡыуарҙың тегеү оҫтаханаһы складынан тауарын һайлап алып, бесеүсе һәм тегеүселәренә фасоны буйынса күрһәтмә биреп ҡайтты, уларҙың тегеүҙәрен оҡшатмайынса, ҡат- ҡат һүттереп, үҙе теләгәнсә, яңынан эшләтеп йөрөнө. Тик нисә барһа ла, ул хужаны осрата алманы. Шунлыҡтан, тап итеү маҡсаты менән, был юлы алдан шылтыратып, уның эшенә иртәнсәк юлланды. Эш сәғәте башланыуға килеп, офисының ишеге алдында көтөп торҙо. Ваҡыт үтә, хужа күренмәй, “ваҡытына килә”, тиҙәр ине лә баһа?! Кемдәрҙер инә сыға, әммә ул көткән кеше генә һаман күренмәй, тип, уйлап та бөтмәне, кемдер берәү:
-Һеҙҙе хужа көтә! - тине.
“Нисек инде – көтә?” Ул бер кемдең дә ингәнен күрмәне, асылғаны бирле ошо ишек төбөндә көтөп ултырҙы бит?!
Шулай ҙа, саҡырғастары, төпкө бүлмәгә – хужаның кабинетына үтте. Килеп ингәс, районда ғына түгел, ил кимәлендә билдәле, абруйлы шәхестәр нисек булып уның күҙ алдында тора, шундай олпат кәүҙәле кеше күрергә теләп, күҙен кабинет буйлап йүгертте, әммә өҫтәл артында ғәриптәр арбаһында ултырған бәләкәй генә, ҡураныс ҡына кәүҙәле кешене күргәс, ҡапыл аптыранып ҡалды ла, ни тиергә белмәй:
-Миңә билдәле эшҡыуар Вилүр Зиннәт улын күрергә ине, - тип, бер - ике аҙым артҡа сигә биреп ҡуйҙы...
-Мин һеҙҙең алда, Асия Солтан ҡыҙы! - тигәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, тағы яҡ - яғына ҡаранды.
-Нишләп аптырап ҡалдығыҙ, әллә һеҙ икенсе кешене күрергә теләгән инегеҙме?!
Үҙенең аптырағанын һиҙҙермәҫкә тырышып:
-Юҡ – юҡ, тап һеҙ кәрәк ине. Миңә һеҙ ебәргән бүләкте тапшырҙылар. Мине ҙурлап, шундай оло бүләк ебәргәнегеҙ өсөн һеҙгә мең рәхмәтлемен, шуға күрә мин һеҙгә ошо күстәнәсемде тапшырыр өсөн Сибай ҡалаһынан килеп еттем, - тип, ҡулындағы пакетынан ҡиммәтле конъяк шешәһен һәм ҡумтаһы менән тәмлекәс алып уның өҫтәленә ҡуйҙы.
-Рәхмәт һеҙгә, миңә ундай рәхмәтле күстәнәстәр бик һирәк килеп эләгә. Әйҙә үтегеҙ, күстәнәсте бергәләп ауыҙ итербеҙ, тиҙҙән минең хәләлем дә килеп етер, - тине Вилүр Зиннәт улы. Бер аҙ ҡаушауы үткән кеүек булһа ла, артабан бында ҡалыр, уның күҙҙәренә ҡарар көс тапманы Асия Солтан ҡыҙы үҙендә, шулай ҙа:
- Нимә булды һеҙҙең менән, һеҙ нишләп был хәлгә ҡалдығыҙ ?!- тип һорарға йөрьәт итте.
- Нимә, тип әйтәйем, дөрөҫөн әйткәндә, үҙем күтәргән иң яҡын дуҫтарым мине ошо хәлгә ҡалдырҙы, - тине Вилүр Зиннәт улы. Тура һорауға дөрөҫ яуап биреп...
- Нисек инде, шулай буламы икән?!
- Була икән шул, бына һеҙгә миҫал: мин - алдығыҙҙа! – тигәс, ни тип яуап бирергә лә белмәй, былай ҙа саҡ торған күңеле тулыуҙан, йә илап ебәрермен, тип, һаубуллашып, сығып китеү яғын ҡараны.
Офистан сығыу менән күҙ йәштәре үҙенән – үҙе аға башланы: ни өсөн, ниндәй гонаһтары өсөн, кемдәр арҡаһында ул шул хәлгә ҡалған?! Уның, халҡым, тип, милләтем, тип, янып - көйөп, көн – төн эшләгәнлеге тураһында белә ине Асия Солтан ҡыҙы.Тик уның шундай ҡыҙғаныс хәлен генә белмәй: нисек инде беренсе төркөм инвалиды булып, шул тиклем эш башҡарыу мөмкин икәнлеген күҙ алдына ла килтерә алмай ине.Ҡайтып еткәнсе юл буйына күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Кискә тиклем үҙенең ошо торошонан ҡотола алманы, төнөн йоҡлай алмағас, тороп, эргәләрендәге скверға сығып, саф һауа һулап, ары – бире йөрөргә тотондо.
Уның тулҡынланыуы шул ҡәҙәре көслө ине, бер нисек тә үҙен тынысландырыр сара тапманы. Күпме йөрөгәндер, ваҡыт самаһын юғалтты...Күңел көсөргәнешлеге уға
тынысланырға мөмкинселек бирмәне... Шул саҡ үҙенән - үҙе күңелендәге хистәре ташып, моңло бер йыр тыуҙы:
Яңы еләнеңде лә кеймәйенсә,
Кейеп тә генә бер көйләмәйенсә,
Кейеп тә генә бер һөйөнмәйенсә,
Китерһеңме донъянан төңөлмәйенсә,
Алһыу ебәк еләнемде, һай, кем,
Тектеңме икән яратып, вай, кем?
Аҡһыу ебәк кенә лә таҫтарымдың
Көмөш тә (генә) микән маңлай тәңкәләре?
Ағуй микән һинең дә дуҫтарыңдың
Күңел терәп торған маңлай тәңгәлдәре.
Яман күҙ – һүҙҙәрҙе ҡаҡһаңсы, һай, кем,
Маңлай тәңкәләрем һаҡласы, вай, кем?
Аҡ ерлеккә аҡыҡ та мәрйендәре
Һаҡалыма нағышлап сигелгәндер.
Аҡҡан ғүмерҙәрең дә рәнйеүҙәре
Йөрәк йәштәремдәй ҙә тирелгәндер,
Яҙмыш рәнйеүҙәре лә, һай, кем,
Ҡарғыш булып төшмәһен, вай, кем?
Алһыу ебәк еләнемде, һай, кем,
Тектеңме икән яратып, вай, кем?
Был - ошо кешегә булған оло хөрмәте, шул хәл – торошта ла уның үҙен кәм тоймай, киреһенсә, тирә - йүндәгеләргә матурлыҡ, изгелек сәсеп йәшәүенә һоҡланыуы, милләтенең шундай кешеләре менән ғорурланыуы, уны аяуһыҙ яҙмышҡа дусар итеүселәргә нәфрәте – барыһы ла сағылыш тапҡан бер йыр булып тыуған күңел һыҙланыуҙары ине.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, үҙенең күңел торошон бер төрлө тыныслыҡҡа көйләй алғас, тағы ла Баймаҡ ҡалаһына йүнәлде ул. Был юлы үҙенең бүләген – йырын алып килде уға.
Уның килеүенә үҙҙәренең вокзалдағы билмән кафеһында һый әҙерләгән инеләр. Вилүр Зиннәт улы эргәһендә ошо матур мәжлесте ойоштороусы ҡатыны Вәсилә лә бар.
Күптән бирле оло шәхес тураһында бер драма әҫәре яҙыу уйы менән янған һәм ошо осрашыуға осраҡлылыҡ менән тура килгән драма әҫәрҙәре яҙыусы Әминә Яхина ла бында ине. Уның янына килеп, ошо ниәте тураһында әллә нисә тапҡыр һүҙ башлап ҡараны ул Әминә, тик Вилүр Зиннәт улы:
-Ҡуйсы, Әминә, минән ниндәй герой яһайһың инде, мин ғәҙәтттәге бер кеше. Әҙме ни тирә - яҡта яҙырлыҡ хеҙмәт алдынғылары?!- тип һәр саҡ кире ҡаға килде. Бына әле лә шул ниәт алып килде Әминәне бында. Үҙенә күрә матур ғына мәжлес ине был. Ижад кешеләренең һөйләшер һүҙҙәре етерлек.
Байтаҡ ҡына ваҡыт кафе - ашхана эшселәре тарафынан әҙерләнгән тәмле билмән менән һыйланып, һәр кем үҙенең уйы менән уртаҡлашып, һәүетемсә генә әңгәмә ҡороп ултырҙылар бергәләшеп.
Асия Солтан ҡыҙы үҙенең ниндәй ниәт менән килеүен уларға еткерер өсөн уңайлы мәл көтөп, һәр береһен иғтибар менән тыңлап ултырҙы ла эстән генә, йырлаған саҡта илап ебәрмәҫ өсөн үҙен нығытып, үҙенең уға бағышланған ошо йырын уға йырлап ишеттерергә булды. Барыһы ла бер төрлө үҙҙәренең әйтер һүҙҙәрен әйтеп бөтөп, эстән генә һәр кеме тынып ултырған мәл ине...
Яй ғына күкрәктән сыҡҡан моң барыһының иғтибарын үҙенә йәлеп итте, ә инде һүҙҙәре һәр кемдең әйтергә теләгән уйҙарын сағылдырған кеүек ине. Вилүр ҙә, Вәсилә менән Әминә лә был моң эсенә инеп, йырсының тауышына хайран ҡалып тыңланылар. Уның хистәренең , уй - тойғоларының сағылышы ғына түгел, әйтерһең дә, бар үткән тормошо күҙ алдынан үтте...
Алһыу ебәк еләнемде, һай, кем,
Тектеңме икән яратып, вай, кем?

Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас