

"Нимә ул милли костюм? Ниңә беҙ республикала Милли костюм көнөн үткәрергә булдыҡ?
Был эште мин бик мөһим тип һанайым. Беренсенән, был үткәндәргә ҡағылыу. Ҡағылыу ғына түгел, беҙҙең республикала йәшәгән күп халыҡтарҙың тарихын байҡау.
Өс йыл элек тарихсылар һәм модельерҙар башҡортса эшлекле костюм булдырҙы. Ул заманса күренһә лә, унда ата-бабабарыбыҙҙың кейем элементтары бар. Костюм күптәргә оҡшаны һәм улар уны яратып кейә, шул иҫәптән мин дә.
"P.S. Вот это фото мне очень нравится. Рядом с дорогим, бесконечно уважаемым нашим Верховным муфтием России Талгатом-хазратом.
Всех с наступающим праздником Ураза-байрам!" - тигән төбәк етәксеһе.