+24 °С
Ямғыр


Йеменда булған хәл. Бөгәсә төндә Сана ҡалаһында сауҙагәрҙәр кешеләргә хәйриә ярҙамы күрһәтергә булған. Тик быны ойоштора белмәгәнме йә ул яғына артыҡ иғтибар итмәгәнме - халыҡ бик күп йыйылған, этешә-төртөшә башлаған һәм ҡайһылыр мәлдә хәл-торош бөтөнләй контролдән сыҡҡан һәм... фажиғә булған. Тапалып үлеүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар, балалар бар икән.
Әле урындағы властар был ваҡиғаны тикшерә. Бер нисә кеше ҡулға алынған.
Йә, Аллам, үҙең һаҡла!
Фото: vk.com