Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Апрель 2023, 18:55

Георгий таҫмаларын ал!

20 апрелдә Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана.

Георгий таҫмаларын ал!Георгий таҫмаларын ал!
Георгий таҫмаларын ал!

 Иртәгә ирекмәндәр көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем — Дим районындағы «Көньяҡ» баҙарында һәм Дағстан урамындағы «Магнит» гипермаркетында, киске сәғәт 5-тә Октябрь проспектындағы «Йүрүҙән» туҡталышында таҫмалар тарата башлай.

  Георгий таҫмаһы — хәрби дан символы. Уны Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына ихтирам йөҙөнән кейемгә, йөрәк тәңгәленә тағалар. Өфөнөң Ирекмәндәр ассоциацияһы ирекмәндәре был акцияла 2017 йылдан башлап ҡатнаша, ҡала халҡына ошо ваҡиғаның мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрә, Георгий таҫмаһын нисек тағып йөрөү ҡағиҙәләре тураһында һөйләй.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас