Әгәр ҙә яҙ ямғыр мул яуһа, һарымһаҡ ҡыяҡтарының һарғайыуы дым күп булыуы менән бәйле. Үҫемлектең рәт араларын йомшартып сыҡһағыҙ, түтәл дә елләр, тупраҡ та йылыныр. Көндөҙ йылы, төнөн һыуыҡ булһа, туҡлыҡлы матдәләр етмәһә лә был йәшелсә зыян күрә.Һалҡындар торғанда һарымһаҡтың тамырҙары макро һәм микроэлементтарҙы үҙләштерә алмай.
Туҡландырыу өсөн иң һәйбәт органик ашлама – әсетелгән тиреҫ шыйыҡсаһы. Тауыҡ тиҙәге әсеткеһе, кесерткән, башҡа сүп үләндәре төнәтмәһе, минераль ашламаларҙан көл, калий сульфаты, суперфосфат, нитроаммофоска ла яҡшы. Үҫеп килгән мәлендә азот кәрәк. Ул тиреҫтә, тауыҡ тиҙәге шыйыҡсаһында бар. 10 литр һыуға 1 литр шыйыҡса алына. Баҡса тупрағы әсе булғанда аммиак, калий селитраһы яҡшы.Нейтраль тупраҡ өсөн – мочевина.Составында хлор булған ашламаны һарымһаҡ яратмай. Ҡырауҙар үткәс, үҫемлеккә “Эпин”, “Цирокон”, “Янтарь кислотаһы” бөркөгөҙ.
Фото: cshh.ru