

Был ағастың соҡорон тәрән һәм киң итеп ҡаҙығыҙ. Ярты биҙрә серетмә, урман тупрағы һалығыҙ. Үҫентене ерҙән 45 градус ауышлыҡта ултыртырға. Яҙ көнө яңы ултыртҡан ҡыуаҡтарға аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибергә. Сөнки тамыр өҫтә генә урынлашҡас, ул дымды тәрәндән ала алмай.Беренсе йәйендә ағас дымға мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел.
Ҡарағат ашламалар менән туҡландырыуҙы ярата. Ул шул саҡта ғына емеште лә мул бирә. Уның өсөн иң яҡшы ашлама – компост һәм тиреҫ. Сөнки уларҙа азот күп. Тиреҫ булмаһа, бөтә йыйылған үләнде көҙ ҡыуаҡ төбөнә һалығыҙ. Йәй үләндәрҙән әсетеп яһалған ашламаны ла һибергә мөмкин.
Яҡшы уңыш биреүсе ҡыуаҡта 12 ботаҡ булырға тейеш. Ергә ятып үҫкәндәре мул уңыш биреүсе ботаҡтар була. Ҡарағатты ҡоротҡос бөжәктәрҙән арындырғанда ғына мул уңыш биргәнен дә онотмағыҙ. Бының өсөн иртә яҙҙан, бөрөләре булмағанда эҫе һыу һибәләр.