Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
18 Апреля 2023, 06:39

Улы рәхәтләнеп мунса инәсәк

Закир Таңғатаров, Зөлфәр Ирназаров һәм Рәйес Хәмитов күсмә мунса эшләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ебәргән.

Улы рәхәтләнеп мунса инәсәкУлы рәхәтләнеп мунса инәсәк
Улы рәхәтләнеп мунса инәсәк

Республика халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Бөгөн Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан Рәмзил һәм Зәбир Таңғатаровтар "ГАЗель" автомашинаһы һатып алып, махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтары янына юлға сыҡҡан. Улар шулай уҡ Закир Таңғатаров, Зөлфәр Ирназаров һәм Рәйес Хәмитов эшләгән күсмә мунсаны ла алып барасаҡ. Закир Таңғатаровтың улдарының береһе хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.

Яугирҙәр өсөн башҡа кәрәк-яраҡты туплауға ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәткән, ҡатын-ҡыҙҙар егеттәргә күстәнәстәр ебәргән, бигерәк тә әбйәлилдәрсә бешерелгән йыуаса уларға тыуған яҡ сәләме булып барып етәсәк.

Афарин, әлмөхәмәттәр! 

Фото: Әлмөхәмәт ауыл клубы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас