Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Апрель 2023, 04:39

Салауат Фәтхетдинов: “Радий Фәритович, был гениально!"

Үзбәкстандан легендар йырсы Фәрух Закиров һәм Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Фәтхетдинов фекерҙәрен белдерҙе.    

Салауат Фәтхетдинов: “Радий Фәритович, был гениально!"Салауат Фәтхетдинов: “Радий Фәритович, был гениально!"
Салауат Фәтхетдинов: “Радий Фәритович, был гениально!"

Хәбәр итеүебеҙсә, уҙған шәмбелә “Өфө-Арена” һарайында Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллиндың юбилей концерты үтте.

Унда Үзбәкстандан легендар йырсы, "Ялла" вокаль-инструменталь ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров, “Земляне” төркөмө, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдинов һәм башҡорт-татар эстрадаһы артистары ҡатнашты.

Баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡтар Совет майҙанында урынлашҡан Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды һәм уның тураһында фекерҙәрен уртаҡлашты.

Фәрух Закиров: “Бындай һәйкәлдәр - Ватандың лайыҡлы улдарына. Һәйкәл өсөн рәхмәт”, – тине. Салауат Фәтхетдинов та һоҡланыуын белдереп: “Радий Фәритович, был гениально! Рәхмәт һеҙгә!” – тип һәйкәлгә юғары баһа бирҙе.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: vk.com/id

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас