

Эйе, ысынлап та мейене эшлектән сығарыуға булышлыҡ итеүсе һәм иртә үлемгә килтереүсе бер нисә ризыҡ бар. Беренсеһе – шәкәрле газлы һыуҙар. Әгәр ҙә составында яһалма фруктоза булған был һыуҙы артыҡ күп эсәһегеҙ икән, тиҙ арала туҡтатығыҙ. Юғиһә, мейегеҙ ваҡытынан алда ҡартайыр.
Икенсе зыянлы ризыҡ – транс-майҙар булған ҡамыр аҙыҡтары. Магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алғанда составына иғтибар итегеҙ.
Һаулыҡҡа зарар килтереүсе өсөнсө ризыҡ – пицца. Уны күп ашау хәтерҙе насарайта, мейе эшмәкәрлеген һүлпәнәйтә. Сама белергә кәрәк.
Ғалимдар быларға бәйле тикшеренеүҙәрен бер нисә йыл дауамында (өс-дүрт-биш йыл) меңләгән кеше ҡатнашлығында алып барған.