Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
17 Апрель 2023, 14:33

Афарин, әбйәлилдәр!

Гәзитебеҙҙең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитованың ҡәйнеше Рәис Хәмитов махсус операцияға күсмә мунса эшләп ебәргән.

Афарин, әбйәлилдәр!Афарин, әбйәлилдәр!
Афарин, әбйәлилдәр!

Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе Рәис ағай был изге эште ауылдашы Закир Таңғатаров менән бергә атҡарып сыҡҡан. Шулай уҙамандарға бөтә ауыл халҡы ярҙамлашҡан.

Мунса кәрәк-яраҡтарын һәм посылкаларҙы ла урындағы халыҡ йыйышҡан. Ошо көндәрҙә мунсаны һәм йыйылған әйберҙәрҙе Закир Таңғатаровтың улдары ил һаҡсыларына үҙҙәре алып барып тапшырасаҡ. Әйткәндәй, Закир ағайҙың улдарының береһе СВО-ла ҡатнаша.

Афарин, әлмөхәмәттәр!

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-17/afarin-by-lild-r-3223834

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас