

58 йәшлек ир эсе ныҡ ауыртыуға, уҡшыуға түҙә алмай медицина учреждениеһына килгән. Уны "йыуан эсәктең үткәрмәүсәнлеге" диагнозы менән дауаханаға һалғандар.
Күпме генә дауаламаһындар, был бер ҙә һөҙөмтә бирмәй икән. Диагностик лапароскопия эшләгәндә ирҙең эсе тулы эрен булыуы асыҡланған, шуға ла асыҡ операцияға күсергә ҡарар ителгән. Операция мәлендә нәҙек эсәктәге тишектән аҡҡан эрендә таҫма селәүсендең ҡойроғон күреп ҡалғандар...
Был турала Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
- Үгеҙ таҫма селәүсене - алама инвазия, - ти хеҙмәттәшебеҙ Айбулат Ишназаров. - Урал аръяғында ныҡ таралған гельминттар. Асыҡ ҡыйлыҡтар, һуғымда малдың биҙен: "Мә!" - тип эткә ҡырҡып һелтәү, тултырма-маҙар, фарш эшләгәндә, тоҙо бармы, тип тәмләп ҡарау, ҡулды йыумау - төп сәбәп. Эттән паразит селәүсендең цисталары йыуылмаған ҡул, емеш-еләк, йәшелсә аша кешегә йоға. Йәмғиәттә эттәрҙе ҡәҙерләү-һаҡлау, үрсетеү лоббиһы көслө булған саҡта, уларҙың кешегә туранан-тура һөжүм итеүе менән бер рәттән, эттәрҙән йоҡҡан аҫтыртын паразитар ауырыуҙарға дусар булыуҙар ҙа көсәйәсәк. Яҙғыһын ҡар иреү менән бар ерҙә эт тиҙәге күренә. Шунда паразитар гельминттарҙың кәүҙәләре өлөштәре, үтә ныҡ ҡалын тышлы йомортҡалары (цисталары) була. Аяҡ кейеме менән өйгә эйәреп инә, саң менән оса, кеше организмына (промежуточный хозяинға) эләгә. Эләккәс, башындағы имгестәре (һурғыстары) менән йәбешә лә, эсәктең эсендә ҡанды һурып, яйлап ҡына йылдар буйына йәшәй. Ә өлөштәре ысҡынып тарала. Бигерәк тә эхинококк, альвеококк тигәндәре бигерәк алама. Улар ваҡ ҡына булып таралып, бауыр, бөйөр, күҙ, мейе эсендә лә, хатта йәшәй... Ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт ҡулдарҙы, йәшелсә-емеште яҡшылап таҙартып йыуырға, өйҙө, өй тирәһен таҙа тоторға, эт-бесәйҙәргә профилактика өсөн антипаразитар дарыуҙар эсереп торорға кәрәк. Таҙалыҡ - иң мөһиме!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Баныу Ҡаһарманова