Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Апрель 2023, 16:29

Баҡсасы кәңәштәре

Ниндәй баҡса культураларын бергә ултыртырға ярай/ярамай?

Баҡсасы кәңәштәреБаҡсасы кәңәштәре
Баҡсасы кәңәштәре

Яҡшы үҫә:
сейә – ҡурай еләге;
гладиолус – һарымһаҡ;
борсаҡ – һоло, сельдерей;
еләк – шпинат, кәбеҫтә, һуған, кишер; торма, салат;
кәбеҫтә – салат, укроп, редис;
бәрәңге – ҡуҙғалаҡ, фасоль;
кукуруз – ашҡабаҡ, ҡыяр;
һуған – томат, кишер, ҡыяр, петрушка, салат;
кишер – укроп, салат;
ҡыяр – фасоль, салат, укроп, һуған, сельдерей, сөгөлдөр, петрушка, кәбеҫтә;
редис – салат;
томат – ҡыҡлы һуған, кәбеҫтә.

Бер-береһе менән ярашмайҙар:

сейә, ҡурай еләге – бәрәңге;
георгин – һуған;
гладиолус – алмағас, кишер;
борсаҡ – фасоль, томат;
һуған – фасоль, кәбеҫтә, бәрәңге;
петрушка – ҡыяр, салат;
томат – ҡыяр, шалҡан, борсаҡ, сөгөлдөр, пертушка, алмағас;
ҡабаҡ – бәрәңге;
фасоль – сельдерей, һуған.

Әгәр ҙә ҡыяр түтәлдәре янына көнбағыш сәсһәгеҙ, йәшелсә тиҙ һарғаймаҫ һәм төбөндә дым да оҙағыраҡ һаҡланыр

Алма менән сейә ағастарын бер-береһенән алыҫҡараҡ ултыртырға кәрәк. Был тамырҙарын сереүҙән һаҡлай.

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_45522

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас