+24 °С
Ямғыр


«Авито Работа» порталы хеҙмәткәрҙәре иҫәпләгән күрһәткес был. 2022 йылдың тәүге өс айында уртаса хеҙмәт хаҡы быйылғыһынан 24,9 процентҡа әҙерәк булған. Үәт, үҫеш!
Кемдәр күпме алғанын да асыҡлағандар. Баҡһаң, автомобиль бизнесында хеҙмәт хаҡы яҡшы икән – 65 465 һум. Транспорт һәм логистикала, төҙөлөштә лә ярай ғына күп.
Билдәле инде, илебеҙҙә иң “ҙур аҡса”ны мәскәүҙәр ала – 65 544 һум. Унан ҡала – Питер, өсөнсө урында – Һамар.
Әйткәндәй, быйыл эш хаҡы артырға тейеш, тигәйне Президент.