

Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә.
Уның быйылғы күләме түбәндәгесә билдәләнгән:
* матди хәле уртасанан түбәнерәк мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 150-шәр һум;
* урта хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 300-әр һум;
* хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 800-әр һум.
Мәғлүм ки, бындай күләмдәр арпаның, бойҙайҙың, хөрмәнең, йөҙөмдөң хаҡына ҡарап билдәләнә. Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡаны иман йортона алып барып тапшырырға, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға, ярлыларға таратырға мөмкин. “Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ!
14 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru