Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 10:11

Ҡотло булһын байрамығыҙ!

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ, хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Ғәҙелшина Дания Мөхәрләм ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡотло булһын байрамығыҙ!Ҡотло булһын байрамығыҙ!
Ҡотло булһын байрамығыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ! Бар ғүмереңде балаларға белем биреүгә арнап, абруйлы уҡытыусы исеменә лайыҡ булдың. Һине барыһы ла ихтирам итә, хөрмәтләй. Киләсәктә лә оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булыуыңды, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар

Изгелектәр булып ҡайтһындар.

Тыуыр таңдар алып килһен һиңә

Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улың, ҡыҙың, киленең, кейәүең, ейән-ейәнсәрҙәрең, барлыҡ яҡындарың, туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас