Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Апрель 2023, 09:57

Ҡотло булһын байрамығыҙ!

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Бекҡужина Фәүзәнә Мөбәрәк ҡыҙы 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Ҡотло булһын байрамығыҙ!Ҡотло булһын байрамығыҙ!
Ҡотло булһын байрамығыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көн­дәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шат­лыҡ-һөйөнөстәргә генә ту­лып тәгәрәһен. Тормош ауыр­лыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙым­дарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәйфидин, ҡыҙҙарың Гөлназ, Зәлиә, Гөлшат, кейәүҙәрең Илдар, Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләсәрең.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас